Исемлекте артабан алма, цитрустар, авокадо, зәйтүн майы, помидор дауам итә. Был аҙыҡтарҙың барыһында ла бауыр өсөн файҙалы элементтар бар. Кәбеҫтәлә антиоксиданттар һәм Е витамины, сәтләүектә – омега-3 май кислотаһы, алмала пектин, цитруслы емештәрҙә С витамины булһа, авокадо еңел үҙләштерелеүсе майҙарға һәм витаминдарға бай, ә зәйтүн майы организмды токсиндарҙан таҙартыу һәләтенә эйә. Помидор – аминокислоталар хазинаһы.