Республика кардиология үҙәге табиптары үҙенсәлекле операция яһаны. Көтөргә ярамай ине. Йөрәк сирле булып тыуған ҡыҙ балаға туғыҙынсы көнгә бысаҡ аҫтына ятырға тура килде. Етмәһә, Катя ваҡытынан алда донъяға килгәйне һәм ни бары бер килограмм ике йөҙ грамм ауырлыҡта ине.
Был медицина учреждениеһында йылына 20 меңләгән кешене ҡабул итәләр. Шуның йөҙҙән ашыуына операция яһала. Яңы технология буйынса әмәлиәт кисергәндән һуң, ауырыу бер нисә сәғәттән аяғына баҫа. Ике-өс йыл элек бының өсөн халыҡ федераль дауаханаларға бара ине.