Башҡортостан
-25 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
5 Май 2019, 01:25
Һағыҙ файҙалымы?
Реклама роликтарын ҡараһаң, һәр ашаған һайын һағыҙ сәйнәү файҙалы икәнлегенә инанаһың. Өҫтәүенә ул кариесты иҫкәртә, тештәрҙе ағарта, таҙарта, нығыта…
Реклама роликтарын ҡараһаң, һәр ашаған һайын һағыҙ сәйнәү файҙалы икәнлегенә инанаһың. Өҫтәүенә ул кариесты иҫкәртә, тештәрҙе ағарта, таҙарта, нығыта…
Ғәмәлдә эш нисек? Табиптарҙың раҫлауынса, һағыҙ сәйнәү аҫҡы яңаҡ һөйәге быуынын нығыта. Һағыҙ – мускулдарҙы тонуста тотҡан берҙән-бер әмәл түгел, уны алма йәки кишер ҙә алмаштыра ала.
Күптәрҙең иҫәпләүенсә, ашағандан һуң һағыҙ сәйнәү кариесты иҫкәртергә һәләтле. Бында бер ни тиклем дөрөҫлөк булыуына ҡарамаҫтан, һағыҙ тулыһынса тештәрҙе таҙартыу һәләтенә эйә түгел. Тешкә ултырған ҡатламды ла ул бөтөрә алмай, был осраҡта бары теш щеткаһы ғына ярҙам итә ала.
Һағыҙ сәйнәүҙе ғәҙәт итеп алған кешеләр сәләмәтлектәренә зыян килтермәйме? Белгестәр әйтеүенсә, иртәнге ашҡа тиклем йәки көнө буйы һағыҙ сәйнәү организмға зарар ғына килтерә. Сәйнәү процесында ашҡаҙан һуты бүленеп сығып, ашҡаҙандың лайлалы тиресәһен зарарлай, киҫкен сирҙәргә юл аса. Гастриттан, сей яранан яфаланғандарға һағыҙ сәйнәүҙән тыйылып торорға кәрәк.
Тештәрегеҙ һау, матур булһын тиһәгеҙ, йылына ике тапҡыр стоматологка күренеп тороу күпкә файҙалыраҡ булыр.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.