Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәмәке һәм унан эшләнгән әйберҙәрҙе ҡулланыуға ҡаршы яңы дәүләт сәйәсәте проекты әҙерләне. Ул 2019 – 2030 йылдарға иҫәпләнгән. Түбәндә ошо айҡанлы “Росбизнесконсалтинг” агентлығы туплаған мәғлүмәттәр бирелә.
* Былтыр сигарет һатыуҙан ҡаҙнаға 573,5 миллиард һум аҡса килгән;
* тәмәке тартыуға бәйле сирҙән Рәсәйҙә йыл һайын 350-500 мең кеше үлә;
* насар ғәҙәт килтергән зыян арҡаһында эске тулайым продукт ике процент юғалтыу кисерә;
* Юғары иҡтисад мәктәбе эксперттары раҫлауынса, һуңғы 20 йылда Рәсәйҙә тәмәке тартыусылар ирҙәр араһында 58 проценттан 44 процентҡа төшкән, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 9 проценттан 14 процентҡаса артҡан;
* 2009 йылда ил халҡының 39,4 проценты, 2016 йылда 30,9 проценты тәмәке тартһа, 2050 йылға был күрһәткесте биш процентҡа тиклем төшөрөү;
* 2022 йылға Рәсәйҙең тәмәке баҙарын, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 11 процентҡа кәметеү планлаштырыла;
* 2018 йылда Рәсәйҙә легаль булмаған тәмәкенең өлөшө 8,4, ә сик буйы ҡалаларында 17 процент тәшкил иткән;
* Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тәҡдимдәре: һалымды йыл һайын арттыра барыу, акцизды Европа илдәре кимәленә күтәреү, тәмәке һатыуҙан баш тартҡан ҙур булмаған кибеттәрҙе яҡлау, сигарет составын үҙгәртеү.