Эйе, бөгөн эш башланырҙан ун биш минут алда Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы янында аҡ халатлылар бергәләп Бөйөк Ватан һуғышы осоро йырҙарын башҡарҙы.
“Изге һуғыш”, “Шайморатов генерал”, “Катюша”, “Алеша”... Иң аҙаҡ, “Еңеү көнө” яңғырағас, барыһы ла һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Альберт Тутаев, профком рәйесе Гөлнур Латипова, баш шәфҡәт туташы Фирҙәүес Әлмөхәмәтова ошо көндәрҙә 92 һәм 90 йәштәрен билдәләгән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәт ветерандары Петр Бабошкин менән Альбина Антонованың йорттарына барып, уларҙы оло байрам уңайынан ҡотланы.