Сәләмәт булайыҡ
10 Мая 2019, 15:09

Нимә ул рахит?

Рахит йыш ҡына бәләкәй балаларҙа, өс йәшкә тиклемге осорҙа барлыҡҡа килә. Әммә уның үҫмерҙәрҙә, хатта өлкәндәрҙә лә күҙәтелеүе мөмкин. Сирҙең бер нисә стадияһы бар. Бер йәшкә тиклемге балаларҙа башланған осорҙа аппетит кәмеүе, ныҡ тирләү, тынғыһыҙлыҡ, ҡуҙғыусанлыҡ, йоҡоноң насарланыуы, баштың елкә өлөшөндә сәс ҡойолоуы күҙәтелә. Әгәр ҙә ошо билдәләр күренеү менән сирҙе иҫкәртеү сараһы үткәрелмәһә, бер нисә аҙнанан уның тағы ла хәүефлерәк эҙемтәләргә килтереүе бар.

Ата-әсә сабыйын нисек туҡландыра, урамда йөрөтөргә алып сығамы, педиатрҙың күрһәтмәләрен үтәйме-юҡмы — баланың сәләмәтлеге ошо факторҙарға ла туранан-тура бәйле. Ауырыуға юлыҡҡандар араһында етлекмәй тыуған, һөт ҡатнашмалары менән генә туҡланған балалар күп. Рахит сабыйҙың ғүмеренә хәүеф менән янамай, әммә ваҡытында дауаламағанда, ул организмда төҙәтә алмаҫлыҡ эҙ ҡалдырыуы ихтимал, мәҫәлән, һөлдәнең формаһын юғалтыуы, яҫы табанлылыҡ, баш һөйәгенең үҙгәреүе һәм башҡалар.

Һөйәктәрҙең дөрөҫ үҫешеүе өсөн кальций, фосфор һәм Д витамины кәрәк. Баланың организмына был берләшмәләр аҙыҡ-түлек аша инә (күкрәк һөтө, йомортҡа һарыһы, үҫемлек майы, балыҡ, йәшелсә һәм башҡалар).

Яңы ғына донъяға килгән сабыйҙар үрҙә әйтелгән матдәләр запасына эйә була, шуға күрә тәүге бер-ике айҙа уларҙың һөйәк системаһы нормаға ярашлы үҫешә. Торған һайын бала организмы “төҙөлөш” материалына мохтажлыҡ кисерә. Ихтыяж ҡәнәғәт­ләндерелмәгәндә, кальций һәм фосфор һөйәктәрҙән “йыуыла”, һөйәк туҡымаһының тығыҙлығы кәмей, формаһы юғала. Фосфор-кальций алмашыныу процесының боҙолоуы баланың мускулдар һәм нервы системаһы торошона ла кире йоғонто яһай.

Шулай итеп, рахиттың төп сәбәбе — Д витаминының етешмәүе. Ҡайһы осраҡтарҙа уға ҡытлыҡтың күҙәтелеүе мөмкин?

Әгәр ҙә бала ризыҡ менән бергә кәрәкле бөтә матдәләрҙе лә ала алмаһа, күкрәк һөтө балансланмаған ҡатнашма йәки һыйыр һөтө менән алмаштырылһа, сабыйға өҫтәмә аҙыҡ һуңлап бирелә башлаһа, бала оҙайлы ваҡыт ҡояшта булмаһа, аҙыҡ эшкәртеү һәм файҙалы матдәләрҙе үҙләштереү процесы боҙолһа, рахиттың башланыуы мөмкин. Ҡуңыр йөҙлө балаларҙың тиреһендә Д витаминының аҙыраҡ барлыҡҡа килеүен дә иҫкәртә табиптар.

Сирле балаға комплекслы дауа билдәләнә: дөрөҫ, яҡшы туҡланыу, тотороҡло режим, организмды нығытыуға булышлыҡ иткән процедуралар (массаж, гимнастика, үлән, тоҙ һәм ылыҫ ванналары). Табип балаға Д витамины, кальций һәм фосфор препараттары, тән тиреһен ультрафиолет менән яһалма нурландырыу ысулдарын тәҡдим итеүе мөмкин. Бала көн һайын, кәм тигәндә, ике сәғәт саф һауала булырға тейеш.
Читайте нас