Ыңғай фекерле кешеләргә ҡаршылыҡтарҙы еңеү еңелерәк.
Лена Музипова – әүҙем, маҡсатлы замандаштарҙан. Уңған хужабикә, тоғро ҡатын, хәстәрлекле әсә бурыстарын атҡарыуҙан тыш, һөнәри йәһәттән дә камиллашырға, профессиональ мөмкинлектәрен үҫтерергә, ҡараштар даирәһен киңәйтергә тырыша. Шөкөр, ире Илнур уның бар ынтылыштарын аңлап ҡабул итә, һәр башланғыста ярҙам итергә тырыша. Бер һүҙле ата-әсәнең балалары ла бәләкәйҙән шатландыра: 15 йәшлек ҡыҙҙары Элина фигуралы шыуыу буйынса ярайһы уңыштарға өлгәшкән, әле мастерлыҡҡа кандидат исемен яулау өсөн тырыша. 12 йәшлек Эмиль иһә футбол тип йән ата, күнекмәләргә йөрөй, төрлө төбәктәрҙә үткән команда-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Көтөп алған төпсөктәре – 5 йәшлек Данияр ҙа был ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Тик... Уны тәрбиәләүҙә бер ни тиклем үҙенсәлектәр бар – бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Эш шунда: Данияр бөгөн йыш осраған заман сиренә – аутизмға дусар. Белеүебеҙсә, XX быуат аҙағында бар донъя “кешелеккә ВИЧ эпидемияһы янай” тип хәүефләнһә, XXI быуатта онкология сирҙәре һәм аутизм кеүек хәүефле ауырыуҙар йәмғиәттә саң ҡағырға мәжбүр итә. Аутизм бер генә ҡалыпҡа ла һыймай, ул ғына түгел, кеше үҫеү менән бер рәттән, сир үҙен киләсәктә нисек һиҙҙерәсәген дә күҙаллауы ҡыйын. Ҡыҫҡаһы, әсә иңендә – ҙур бурыс, бәғерен телеп сыҡҡан ғәзиз балаһын социумға яраҡлаштырыу, тормошҡа ҡулайлаштырыу өсөн бихисап һынауҙарҙы кисерергә, тормош ҡанундарын үҙгәртергә тура килә.
– Лена, өсөнсө бәпесең тыуған осорҙо хәтерлә әле. Ғөмүмән, бала донъяға килгәс, уның башҡаларҙан айырып торған үҙенсәлектәрен һиҙҙеңме?
– Данияр – көтөп алынған бала. Ҡыҙым менән улым үҫеп, үҙебеҙ ҙә һәр йәһәттән нығынғас, мотлаҡ өсөнсө бала табасаҡбыҙ, тип планлаштыра инек. Һөҙөмтәлә, төпсөгөбөҙ миңә 30 йәш тулғанда тыуҙы. Даниярҙы ҡулға алғас та уның ағаһы менән апаһынан ни тиклем айырылып торғанына төшөндөм. Өләсәләренә оҡшаған, ап-аҡ йөҙлө, һары сәсле, тирә-йүнде ҡыҙыҡһынып күҙәткән ҙур зәңгәр күҙле, һап-һау малай ине ул.
Данияр тейешенсә үҫте, һаулығы буйынса борсолорлоҡ бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тойманыҡ. Көндәлек алып барҙым, һәр яңылығын теркәй килдем: башын тотоуы, ултырыуы, шыуыша башлауы – һәммәһе лә ваҡытында булды. 11 айҙа улыбыҙ атлап китте. Өлкән балаларҙан уҙҙырҙы, иртә атланы, тип шатландыҡ. Бер-бер артлы һүҙҙәр ҙә әйтә ине: ҡыҫҡаһы, Данияр һәүетемсә үҫте.
Табиптар бер ниндәй ҙә шик белдермәне: ваҡытында күҙәтелеп торҙоҡ, прививкалар яһаттыҡ. Шәхси фекерем: прививкаларға шикләнеберәк ҡарайым, уның бала организмына нисек тәьҫир итеүен, артабанғы йоғонтоһон барыбыр тулыһынса белеп бөтөп булмайҙыр тип иҫәпләйем.
Даниярға йәш ярым самаһы булғас, уның үҙ-үҙен тотошонда үҙгәрештәр тойола башланы, телмәре үҫешеүҙән туҡтаны, бала үтә тынғыһыҙға әүерелде. Тәжрибәле әсәй булараҡ, быны шунда уҡ һиҙҙем. Иң аптыратҡаны – ул әйткәнде бөтөнләй аңламай һәм тыңламай башланы, гиперактивҡа әүерелде, шулай уҡ һиҙгерлеге бөтөнләй юғалды. Мәҫәлән, аҫтын еүешләгән бала күпмегә түҙә? Ул мыжый башлай, тынғыһыҙлана. Ә Даниярға – барыбер. Борсола башланыҡ. Сирләйме? Арыймы? Үҫеш этабымы? Ике йәштә балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, улыбыҙ бөтөнләй һөйләшмәй башланы, кинәт тымып ҡалды. Белгән һүҙҙәре лә онотолдо. Мин баҡсаға адаптация үтеүе шулайҙыр, тип үҙемде тынысландырырға тырыштым. Иң ҡыйыны баланың үҙ-үҙен тотошо бер ҡалыптарға ла һыймауы булғандыр. Мәҫәлән, Данияр бөтөнләй йоҡонан яҙҙы: тәүлегенә бер нисә сәғәт серем итеп ала ла йорт буйлап йүгерә, ҡысҡыра башлай, берәүгә лә тынғылыҡ бирмәй, көн менән төн төшөнсәһе бөтөнләй юғалды. Ә беҙ, ул нисек тә булһа тынысланһын тип, ирем менән алмаш-тилмәш күтәреп йөрөйбөҙ... Йәки урам буйлап бараһың, ә уның юл буйлап тәгәрәүе, ҡапыл юлға сығыуы йә иһә ҡысҡыра башлауы ихтимал.
– Ҡасан диагноз ҡуйҙылар? Баланың һаулығы тураһында табиптарҙың фекерен ишеткәс, Даниярҙың башҡаларҙан ҡырҡа айырылғанын һәм бының ғүмерлеккә икәнлеген аңлау һәм ҡабул итеү еңел булмағандыр.
– Бихисап тикшеренеүҙәр үтеп, табиптар “аутистик синдром” тигән диагноз ҡуйғас, мин ысын мәғәнәһендә тетрәнеү кисерҙем. Башта мең уй ҡайнаны: “Ни өсөн улай?”, “Ҡайҙа хатабыҙ?”, “Нимәгә был хәл тап беҙҙең менән булды?”, “Кем ғәйепле?” Үҙ-үҙемде эстән ашай башланым, иремдән дә сүп эҙләнем... Ҡәҙимге тормош кисергән, балалар өсөн йәшәгән, тырышып-тырмашып донъя көткән кешеләрбеҙ – ниңә бындай һынау тап беҙҙең иңгә төшөргә тейеш тигән ауыр уй мейене бырауланы. Ошо уғата ауыр мәлде кисереү еңелдән булманы. Күпме күҙ йәше түккәнемде әйтеп бөткөһөҙ, ә көтөп алған сабыйымдың тормошо бөтөнләй беҙ күҙаллағанса булмаясағын аңлау тойғоһо төшөнкөлөккә килтерҙе. Тормош һороға мансылды, хатта һап-һау өлкән балаларым да икенсе планға күсте. Аҙаҡ ҡына, был проблема менән күҙмә-күҙ осрашҡан кешеләр, психологтар менән аралашып, бихисап махсус әҙәбиәт уҡығандан һуң, ошо кисерештәрҙең урынлы һәм тейешле булыуын аңланым. Был, ғөмүмән, һәр кеше өсөн нормаль реакция, әммә артабан йәшәргә, яңы хәлгә яраҡлашырға кәрәк ине.
– Тимәк, бөгөнгө Лена – бөтөнләй икенсе кеше, тип әйтергә мөмкинме?
– Башҡаларҙан айырылған баланы тәрбиәләү, үҫтереү һәр йәһәттән дә күпкә ҡатмарлыраҡ. Һин баланың башҡаларҙан айырылғанын беләһең, әммә быны бөтәһенә лә аңлатып биреү мөмкинлеге юҡ. Ғөмүмән, беҙҙең йәмғиәт Данияр ише балаларҙы ҡабул итергә әҙер түгел – аутизмға дусар баланың ҡылыҡ-фиғелдәре, үҙ-үҙен тотошо ҡабул ителгән нормаларға, йәмғиәт ҡанундарына тап килмәй. Баланың тышҡы ҡиәфәтенән сирле икәнлеген төҫмөрләп булмаһа ла, уның үҙ-үҙен тотошонан, тирә-йүндәге хәлдәргә ҡарата мөнәсәбәтенән һығымта яһайҙар. Ғөмүмән, аутизмға дусар балалар төрлө булыуы ихтимал. Мәҫәлән, бер-ике йәшлек бала аҙмы-күпме һөйләшә башлай, һөйләмдәр төҙөй һәм бер көн килеп булмышын битарафлыҡ биләй: яҡындары һәм башҡалар менән аралашҡанда бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу белдермәй, үҙенә йомола. Сәғәттәр буйы карауатында ултырып, уйынсыҡтарын барлауы, уларҙы билдәле тәртиптә йыйыуы, башҡа балалар шар-шор килеп донъя туҙҙырғанда, сирле сабыйҙың бөтөнләй тиерлек уйнамауы, бер кем менән дә аралашмауы ихтимал. Йәки, киреһенсә, беҙҙең Данияр ише, гиперактив булыуы ла бар. Был саҡта инде балаға тыйыу ҙа, аңлатыу ҙа тәьҫир итмәй – ул туҡтауһыҙ хәрәкәттә, арымай ҙа, сик тә белмәй. Тәрбиәүи алымдар ҙа көсһөҙ, сөнки бала үҙ донъяһында йәшәй, уның өсөн социум сиктәре юҡ.
– Медицина алға киткән заманда йәшәйбеҙ, тибеҙ. Аутизмды дауалау йәһәтенән ни әйтерһең?
– Беҙ төрлө табиптарҙа булдыҡ, төрлө дауалау курсы үттек. Үҙемә килгәндә, тау-тау мәғлүмәт менән таныштым, уҡыным, әле лә камиллашам. Бында һүҙ фәҡәт Даниярҙы дауалау тураһында ғына бармай, нисек уны тормошҡа яраҡлаштырыу, үҙеңдең психологик хәлеңде тотороҡландырыу, сыҙамлыҡты сыныҡтырыу һәм башҡа ғәмәлдәр ҙә ҡыҙыҡһындыра мине, сөнки ваҡыт алға елә, Данияр ҙа үҫә, үҙгәрә.
Мин гомеопатияла йыуаныс таптым. Табипты һынау ысулы менән оҙаҡ эҙләнек. Сер түгел: традицион медицина менән аутизмды тулыһынса дауалап булмай, ата-әсәләрҙең бурысы – аутисты социумға яраҡлаштырыу, ти белгестәр. Гомеопаттар иһә өмөт уята, йүнәлеү ихтималлығын күҙаллай. Интернет селтәрендә лә был йәһәттән бихисап яҙманы уҡыным, аныҡ миҫалдар менән таныштым. Улыма килгәндә, ошо ысулға өҫтөнлөк биргәндән һуң, алға китеш һиҙелә башланы. Мәҫәлән, ул тынысланып ҡалды, йоҡлай башланы.
– Ә Данияр балалар баҡсаһында йәштәштәре менән нисек аралаша? Ҡыйынлыҡтар бармы?
– Әлеге ваҡытта ул ҡәҙимге балалар баҡсаһына йөрөй. Әлбиттә, тәрбиәсегә еңел түгел, сөнки Данияр үҙ донъяһында йәшәй, уны ҡәҙимге ҡалыптарға индереп булмай. Мин һәр саҡ баҡсаның тормошонда әүҙем ҡатнаштым, проблема барлығын йәшермәйем. Ҡануниәт буйынса аутистик синдромға дусар баланың сәләмәттәр менән бер төркөмгә йөрөүе тыйылмай, әммә көҙҙән махсуслашҡан учреждениеға күсерергә ниәтләйбеҙ, сөнки бала менән дефектологтар, психологтар, башҡа белгестәр шөғөлләнергә тейеш.
– Бәғзе сығанаҡтарҙан аутистик синдромға дусар балаларҙың ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса ифрат һәләтле булыуы мәғлүм...
– Ысынлап та, һәләттәре һәм асыштары менән бар донъяға билдәле шәхестәрҙең аутистик синдромға дусар булыуын белеү, бер яҡтан, күңелдә өмөт уята, икенсе яҡтан, бала менән сәмләнеп шөғөлләнергә дәрт-дарман өҫтәй.
Даниярҙы ике айлыҡ сағынан бассейнға йөрөттөк. Әле лә йөрөтәбеҙ, тик хәҙер махсус тренер менән шөғөлләнә. Белгес табыу еңел түгел: сирле балалар менән эшләргә теләүселәр бик аҙ. Улыбыҙ иҫ киткес шәп йөҙә, һыу аҫтына ла балыҡ кеүек сума, сәғәттәр буйы бассейнда шөғөлләнергә әҙер.
– Аутизм проблемаһы менән күҙмә-күҙ осрашҡан ата-әсәләргә ни әйтер инең?
– Һәр саҡ өмөт бар – шуны онотмаһындар! Илап-һыҡтап һәм ғәйеплене эҙләп кенә балаға ярҙам итеп булмай. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, үҙегеҙҙе ҡулға алып, медицина тикшереүҙәре үтергә, дауалауҙа төрлө алымдарҙы ҡулланып ҡарарға саҡырам. Тағы ла иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе – баланы ғаиләлә нисек бар шулай ҡабул итергә тырышығыҙ, уның уҡыуға, ниҙер өйрәнеүгә һәләтлелеге кимәлен асыҡлағыҙ. Мәҫәлән, ябай ғына эш: ҡалаҡ тоторға өйрәтеү. Һау бала өсөн был бөтөнләй ҡатмарлы булмаһа, аутист өсөн ҙур проблема булыуы ихтимал. Ипләп кенә, уйын формаһында күрһәтеп, тоттороп ашатып өйрәтеү, был ғәмәл өсөн күпме ваҡыт сарыфланғанын теркәп ҡуйыу фарыз. Ғөмүмән, мин күп нәмәләрҙе яҙып барам, уңыштарҙы теркәйем, проблемаларҙы билдәләйем. Интернет селтәрендә мәғлүмәт бик күп: уҡыйым, сағыштырам, файҙалы урындарын үҙләштерәм, һынап ҡарайбыҙ. Һөҙөмтә булғандай тойолһа, артабан хәрәкәт итәбеҙ. Ғөмүмән, Даниярҙың һаулығы өсөн бер ни ҙә йәл түгел – кәрәк икән, донъяны арҡырыға-буйға йөрөп сығырға, әмәлен табырға тырышасаҡбыҙ.
Баланы нимәгәлер өйрәтеү өсөн ҡул аҫтындағы әйберҙәр ҙә ярай. Уйынсыҡтарҙы, шөғөлләнеү өсөн кәрәкле нәмәләрҙе беҙ, мәҫәлән, үҙебеҙ яһайбыҙ. Фантазия етмәһә, интернетта алымдар бихисап.
Ғаиләлә сирле бала бар икән, ул, һис шикһеҙ, ваҡытты, иғтибарҙы, көстө үҙенә күберәк талап итә. Әммә был тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә барыбер ҡамасауламаҫҡа тейеш. Беҙ дуҫтар менән осрашырға, киноға, театрға йөрөргә, сәйәхәт итергә лә ваҡыт табабыҙ, балаларҙы ла үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Миңә ҡалһа, йәмғиәттә үҙ урынын табырға тырышҡан, әүҙем, ыңғай фекерле кешеләргә проблемаларҙы хәл итеү күпкә еңелерәк, шуға ла тормош ағымынан төшөп ҡалырға теләмәйем. Һеҙгә лә кәңәшем шул.