Фирҙәүес Моталлапова әле булһа йылмайып хәтерләй: Боранғол мәктәбе интернатында йәшәгәндә үк ул шундағы бала-сағаға үҙенсә ярҙам күрһәтергә тырышҡан. Кемдер йәрәхәтләнеп, шуны бинт менән еренә еткереп бәйләп ҡуйһынмы, йә иһә алҡа тағырға хыялланған ҡыҙҙарҙың ҡолағын тишһенме...
Ул ҙур, татыу ғаиләлә үҫкән. Бәлки, тормошсанлығы, һәр эштең рәтен белеүе ошонандыр ҙа. Атаһы Мәһәҙи Ғимран улы ғүмер буйы леспромхозда урман ҡырҡыусы булып эшләгән, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Әсәһе Мәрфуға Шакирйән ҡыҙы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, донъя хәстәрҙәренә бағышлаған.
Фирҙәүес Мәһәҙи ҡыҙы мәктәптән һуң документтарын Сибай медицина училищеһына алып барып тапшырған: бала саҡ хыялын мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡмын тигән маҡсат ҡуйған. Уҡыуҙы тамамлағас, дауахананың төрлө бүлектәрендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлаған, операцияларҙа ла эшләргә тура килгән. 1984 йылдан Фирҙәүес Мәһәҙи ҡыҙы Асҡар үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә эшләй, өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Уның етәкселегендә 25 шәфҡәт туташы һәм санитар эшләй, коллектив татыу һәм берҙәм, бер-береһенә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Кеше һаулығы һағында торғанда, төрлө ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килә, әммә һайлаған һөнәренә бер ваҡытта ла үкенмәй Фирҙәүес Мәһәҙи ҡыҙы. “Кешеләр дауахананан рәхмәт әйтеп, йылмайып, бүлек эшенән ҡәнәғәт ҡалып ҡайтып китә икән, ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ. Юлымда һәр саҡ ыңғай, мәрхәмәтле, һөнәри йәһәттән оҫта кешеләр осрап торҙо, хеҙмәттәштәрем дә туған кеүек яҡын”, – ти ул, эш үҙенсәлектәрен барлап.
Хәйер, Фирҙәүес Мәһәҙи ҡыҙы тураһында хеҙмәттәштәре лә тик ыңғай фекерҙә:
– Яуаплы, яҡшы белгес, ғәҙел кеше. Һәр саҡ яҡшы һүҙе, ихласлығы менән ярҙамға ашыға, эшен еренә еткереп башҡара, – ти уның тураһында терапия бүлеге мөдире Розалия Билалова.
Фирҙәүес Моталлапованың хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йылға яҡын, ул юғары категориялы шәфҡәт туташы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Ғаиләһендә лә бәхетле Фирҙәүес ханым: ире Илдар Рәшит улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәйҙәр. Һәр ғәмәлде күңел һалып башҡарған, тормошто яратҡан Фирҙәүес ханымдың донъяһы ысын мәғәнәһендә түңәрәк.