Төпкөлдә йәшәгән кешегә ваҡытында һаулығын тикшереү мөмкинлеге бик юҡ. Ошоно иҫәптә тотоп, республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә.
Әлеге мәлдә акция сиктәрендә Башҡортостан буйынса 22 күсмә медицина модуле – биш автопоезд эшләй. Улар Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет райондарында йөрөй. Бында Һаулыҡ үҙәктәре, ФАП-тар, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республиа клиник дауаханаһы һәм республика кардиология үҙәгенең күсмә диагностика үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһының модуле бар.
Был акцияға ярашлы барлығы 24 мең кеше ҡаралып та өлгөргән. Уларҙың 370-е маммография һәм 7 меңдән ашыуы флюорография үткән.
60-тан ашыу социаль әһәмиәтле сир асыҡланған. Улар араһында ун – яман шеш, 17 шәкәр диабеты, 23 артериаль баҫым күтәрелеү осрағы, ике туберкулез, бер киҫкен миокарда инфаркты бар. Был кешеләрҙең бер өлөшө артабан тикшеренеүгә,икенсе өлөшө стационар дауаланыуға йүнәлтелгән.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 10 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.