Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Май 2019, 16:26

Аш содаһының абруйы ҡаҡшамай

Аш-һыу тирәһендә файҙаланылған химия продукттары, ҡамыр ризыҡтары бешереү өсөн төрлө тәмләткестәр ифрат күп хәҙер. Әммә беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр ҡулланырға ғәҙәтләнгән содаға әле лә ихтыяж ҙур.

Аш-һыу тирәһендә файҙаланылған химия продукттары, ҡамыр ризыҡтары бешереү өсөн төрлө тәмләткестәр ифрат күп хәҙер. Әммә беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр ҡулланырға ғәҙәтләнгән содаға әле лә ихтыяж ҙур.


Ни өсөн тигәндә, ул зарарһыҙ, өҫтәүенә арзан. Өй шарттарында соданы файҙаланыу буйынса ҡайһы бер кәңәштәребеҙ менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ.


* Ҡайнатма әҙерләгәндә шәкәрҙе һаҡсыл файҙаланыу һәм еләк­тәрҙең әселеген кәметеү өсөн ҡайнатманың һәр килограмына берәр семтем генә сода өҫтәгеҙ.


* Шулай уҡ ошо бер семтем генә сода кәбеҫтә бешергәндә ви­та­мин­дарҙы һаҡлауға булышлыҡ итер.


* Сәй йәки ҡәһүә ҡайнатҡанда бер литр һыуға бер балғалаҡ сода өҫтәһәгеҙ, эсемлек хуш еҫле булыр.


* Йәшелсә, емеш-еләк йыуған­да бер литр һыуға бер аш ҡалағы иҫәбенән сода һалығыҙ, аҙаҡ һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ.


* Һөйәгенән таҙартылған балыҡ итен тәмле бешһен өсөн һыуыт­ҡыста, сода һалынған һыуҙа тото­ғоҙ (бер литр һыуға ике аш ҡалағы сода). Аҙаҡ аҡҡан һыу аҫтында сайҡатығыҙ.


* Ҡаты итте лә сода ярҙамында йомшартырға була. Уны сода ме­нән ыуғылап, һыуытҡысҡа дүрт-биш сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Әҙер­ләр алдынан һалҡын һыу менән йыуығыҙ.


* Ҡуҙаҡлыларҙы йомшартыу өсөн дә уны файҙаланалар. Өҫтә­үенә организм аҙыҡты тиҙ үҙләш­терәсәк.


* Омлетты ҡабартып бешерер­гә теләһәгеҙ, аҙ ғына сода өҫтәгеҙ (өс йомортҡаға ярты балғалаҡ сода иҫәбенән).


* Ҡулдағы балыҡ йәки һа­рымһаҡ еҫен бөтөрөү өсөн дә кәрәге тейер.


* Һыуытҡыста йәки сүп-сар биҙ­рә­һендә насар еҫ һиҙһәгеҙ, һыуға сода һалып йыуығыҙ. Раковинаны ла ул яҡшы таҙартасаҡ.


* Хатта келәмдәрҙәге насар еҫ­тәр­ҙе бөтөрөү өсөн дә уңайлы. Ба­лаҫ өҫтөнә һипкеләйһең дә, ун биш минуттан һуң саң һурҙырғыс менән таҙартаһың.


* Кер йыуғанда һыуға ярты ста­кан сода өҫтәһәгеҙ, кейем-һа­лы­мығыҙ таҙарып, яңырып китер.


* Кухня һәм ваннаны таҙартыу өсөн дә ул бына тигән яҡшы сара. Бысраҡты тиҙ ала, еңел йыуыла. Ҡомаҡ ултырған кәстрүл, сәйнүк­тәрҙе ялт иттергәнсә таҙартҡығыҙ килһә, сода ҡулланығыҙ.


* Һауыт-һаба йыуған йыуғыс­тарығыҙҙы төнгөлөккә содалы һыуға һалығыҙ.


* Кухняға ҡырмыҫҡалар эйә­ләш­һә, уларҙы биҙҙереү өсөн юлдарына сода онтағын һибеп сы­ғығыҙ.


* Обойҙағы тапты ла уның ярҙамында бөтөрөп була.


* Бөжәктәр тешләгән тән тиреһен сода өҫтәлгән һыу менән эшкәртегеҙ.
Читайте нас: