Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Май 2019, 16:14

Ниәттәр яҡшы ла ул...

Яңы башланғыстың аныҡ файҙаһы кәрәк.

Яңы башланғыстың аныҡ файҙаһы кәрәк.


Ҡыйғы районының үҙәк дауаханаһы биләмәһенә инеү менән баш ҡаланан килгән “Сәләмәтлек” автопоездары күҙгә ташланды. Башҡортостанда “Сәләмәт республика” акцияһының күптән түгел старт алғанына барыбыҙ ҙа хәбәрҙарбыҙ.


Автопоездар эргәһендә күберәк ҡатын-ҡыҙ. Алдан яҙылмайынса ла табиптарға күренергә була. Хәтерегеҙҙәлер, ауыл халҡына мобиль медицина ярҙамы күрһәтеү акцияһы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башланғайны. Һүҙ ҙә юҡ, олоһо ла, кесеһе лә бындай өҫтәмә медицина ярҙамының үҙҙәренә килеүенән ҡәнәғәт, әммә автопоезд эргәһенә йыйылған ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшә торғас, әлегә эштең өлгөнән алыҫ тороуын аңланыҡ.
Баш ҡаланан 294 саҡрымда ятҡан төньяҡ-көнсығыш райондарына халыҡ айырыуса мохтажлыҡ кисергән белгестәрһеҙ юл тотҡан автопоездың эшенән ни мәғәнә? Был төбәккә эндокринолог, кардиолог, хирург кеүек табиптар һулар һауалай бөгөндән кәрәк, ә әллә күпме саҡрым юл үтеп, халыҡты сағыу яҙыуҙары менән саҡырып өмөтләндергән, тейешле белгестәре булмаған сәләмәтлек поездарынан көтөлгән файҙа булмауы билдәле.
— Башланғыс һәйбәт, әммә уны ысын мәғәнәһендә тәьҫирле итеү буйынса эшләйһе бар, — тине осрашҡанда район үҙәк дауаха­наһының медицина буйынса начальнигы Ленар Хажиев. — Автопоезд составында мотлаҡ эндокринолог, кардиолог кеүек белгестәр булыр тип уйлағайныҡ та, өмөт аҡланманы. Районда биш йыл инде эндокринологтың булғаны юҡ. Үҙебеҙҙең бер белгесте уҡытырға ебәргәйнек тә, әммә кешегә ярҙам бөгөндән кәрәк бит. Урта медицина персоналы, педиатр­ҙар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Кардиологтар етешмәй, фельдшерҙар ҙа кәрәк. Был тәңгәлдә район хакимиәте етәкселеге лә медицина уҡыу йорттары студенттары, ординаторҙар менән тығыҙ бәйләнеш тота, осрашыуҙар үткәрә. Ә белгестәр өсөн бөгөндән ике фатир әҙер тора, торлаҡ мәсьәләһенә мохтажлыҡ булмаясаҡ.
Дауахананың матди-техник базаһы күптән инде яңыртыуға мохтаж. “Былтыр “Ашығыс ярҙам” техникаһының туҙыу кимәле 100 процент тәшкил иткәйне, ярар әле ике өр-яңы машина биреп ҡыуандырҙылар”, — ти ҡыйғылар. Психотерапия ярҙамын яҡшыртыу буйынса эш киң йәйелдерелә, диспансерлаш­тырыуға халыҡты йәлеп итеү, сараны үткәреүҙәге үҙгәрештәргә яраҡлашыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалына.
— Ошо йылдың дүрт айында диспансер­лаштырыуҙы 1,5 мең кеше үтте. Халыҡ ара­һында шәкәр диабеты, гипертония, тын алыу органдары сирҙәре йышыраҡ осрай, — ти Ленар Илдар улы. — Ғөмүмән, һуңғы арала был мөһим сараны үткәреү сифатына дәғүә кәмене.
Ҡыйғы районында табиптар менән тәьмин ителештең ун мең кешегә иҫәпләгәндә 21,7 процент тәшкил итеүе (республикала — 34,35 процент) менән бер кем дә ҡәнәғәт түгел, кадрҙар мәсьәләһе артабан да көн ҡаҙағынан төшмәйәсәк әле. Был проблема бөгөн тыуған мәсьәлә булмаһа ла, уны хәл итеү юлдарын эҙләү хәҙерҙән кәрәк. Йәш белгестәр тыуған яҡтарына ҡайтһын өсөн социаль шарттарҙы яҡшыртыу, ял, карьера мөмкинлектәрен арттырыуҙың мөһимлеген аңлап эш итә район етәкселәре. Халыҡтың сифатлы медицина ярҙамы алыуы барыһынан да элек уларҙы ҡыҙыҡһындыра, тәү сиратта уларҙы борсой.
Яҡшы ниәт менән ойошторолған “Сәлә­мәтлек” автопоездарының халыҡтың ышанысын ҡаҡшатмауын, һәр төбәктең ихтыяжын иҫәпкә алып, дүрт күҙ менән көткән тейешле белгестәр ҡатнашлығында алыҫ сәфәрҙәргә юл тотоуын теләйек. Яҡшы ниәтте харап итмәйек.

Ҡыйғы районы.
Читайте нас