“Асы”ның ғәжәйеп ере үҙе үк һауығыуҙы тиҙләтә.
Белорет районында булған һәр кем уның ғәжәйеп матур тәбиғәтенә һоҡланалыр. Ҡуйы урмандары, сылтырап аҡҡан йылғалары, мәғрур бейек тауҙары кемде генә әсир итмәй икән? Республика, Рәсәй кимәлендә лә киң билдәлелек яулаған “Асы” шифаханаһының минераль һауыҡтырыу сығанаҡтары ғына түгел, гүзәл тәбиғәте лә күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра.
Ауылды өс яҡлап уратып алған тауҙар, Юрмаш һәм Оло Инйәр йылғалары, ирәйеп үҫкән имән ағастары, хатта ваҡыты-ваҡыты менән уҙған поездар ҙа Асыға үҙенә генә хас йәм биргән кеүек.
Ауыл атамаһы башҡортса “әсе” тигәнде белдерә, был иһә ерле халыҡтың һыуҙы дауалау өсөн файҙаланғаны тураһында һөйләй. Исеме есеменә тап килгән Асы шишмәһенең һыуында магний, кальций, бром, кремний, фтор кеүек матдәләр бар. Улар нервы системаһы, тире, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалауҙа уңышлы файҙаланыла. Шифахана биләмәһендә бындай сығанаҡтар тиҫтәнән ашыу. Күптәрҙе аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән шишмәләрҙе “тере һыу” тип атау ҙа артыҡ булмаҫ.
Асы минераль сығанаҡтары тураһында 1889 йылда беренсе булып академик Ф.Н. Чернышев яҙып сыға. Ике йылдан һуң Белорет дауаханаһы табибы Эрман һыуҙы анализлар өсөн Берлин университетына ебәрә. Үҙенең химик составы буйынса Асының Германиялағы билдәле Киссенгон сығанаҡтары һыуына яҡын булыуы асыҡлана.
Шифаханаларҙың иң йәштәренең береһе
1999 йылдың 14 апрелендә Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты Асы минераль һыуы нигеҙендә шифахана комплексы төҙөү тураһында ҡарар сығара. 2001 йылда ябай ғына йорттарҙа тәүге 30 кеше ҡабул ителһә, бөгөн Европа талаптарына яуап биргән ете корпуста бер юлы 350-гә яҡын пациент хеҙмәтләндерелә. Корпустарҙағы бүлмәләр иркен, йылы, йыйнаҡ.
— Беҙҙәге 238 хеҙмәткәрҙең туғыҙы — табип, 42-һе — кесе медицина хеҙмәткәре. Төп бурыс — тәбиғәт биргән шифалы һыуҙы халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыуҙа файҙаланыу, — ти тиҫтә йыл шифахана директоры йөгөн үҙ иңендә күтәргән эшлекле, талапсан етәксе Буранбай Ямалов.
“Асы” ял итеүселәр менән һәр саҡ тулы. Киләсәктә республика ярҙамына таянып, милекселәрҙән буш торған ике корпусты һатып алып, шифахананы тағы ла киңәйтергә күҙаллай учреждение етәкселеге. Заманса ҙур бассейн төҙөү ҙә — өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәренә лә ҙур иғтибар бирелә. Биләмәгә бик күп ағас ултыртылған, йәйен иһә шифахана гөл-сәскәгә күмелә.
“Асы”ның дауалау мөмкинлектәре ҙур. Табиптарҙың яңы ысулдарҙы ҡулланыуы һөҙөмтәһендә уның даны Башҡортостандан ситтә лә киң таралған. Ҡаҙағстандан, Урта Азиянан, Европа илдәренән дә киләләр бында.
Учреждениела һауыҡтырыу комплекслы алып барыла, дауалау ысулдары ла бик күп.
Тоҙло йылға ҡоҙоғоноң сығанаҡтары һул яҡ ярҙа урынлашҡан. Уларҙан ни бары ике саҡрым алыҫлыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14-е — минераль. Минераль һыу ике төрлө: аҙ минералле (2.3-2.4 г/куб. дм) сульфатлы-хлоридлы натрий составлы, уны эсеп дауаланалар; юғары минералле (18.8 г/куб.дм) хлоридлы натрий составлы һыу бальне-дауалау өсөн ҡулланыла.
Минераль һыуҙы эскәндә ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеге яҡшыра, аш һеңдереү ағзалары дауалана, матдәләр алмашыныуы яйға һалына.
Хлорид-натрийлы минераль һыулы ванналар тире ауырыуҙары, быуындар ауыртыуы, ревматоидлы артрит, артроздар, неврит, полиневрит, плексит, невроз һ.б. менән яфаланғандарға айырыуса ныҡ ярҙам итә. Шулай уҡ ашҡаҙан тракты, йөрәк-ҡан, бәүел-енес системалары ауырыуҙарынан дауалай. Минераль һыуҙар тултырылған ваннала 15 минут ятып сығыу ҙа тәнгә ләззәт, еңеллек бирә.
“Асы” шифаханаһында физиотерапия ла киң танылыу яулаған. Физиотерапия кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар барыһы ла организмды юғары йышлыҡтағы электромагнит тулҡындары тәьҫире менән дауалай.
Спелеотерапия — үҙенсәлекле дауалау ысулы. Ул — мәмерйә, тоҙ шахталары климатына ярашлы итеп махсуслаштырылған бүлмә. Ҡан баҫымы, ҡурылдай астмаһы, быуын сирҙәренә дусар булғандар өсөн файҙалы.
Элек өләсәйҙәребеҙ тәнде шифалы майҙар менән һылап, төрлө сирҙе ҡыуһа, бөгөн ауырыуҙарҙы дауалауҙа массаж уңышлы ҡулланыла. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, терәк-хәрәкәт аппараты, тын юлы, ашҡаҙан ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн кәрәкле.
Парафин терапияһы бик һөҙөмтәле дауалау ысулы булып танылған. Уны ауыртҡан ергә йылытып һалалар.
Ун бишкә яҡын дауалау төрө араһында быуаттар буйы һыналған халыҡ алымдары ла бар. Шуларҙың береһе — һөлөк һалдырыу. Был хаҡта меңәр йыл элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән “Урал батыр” эпик әҫәрендә лә телгә алына. Баш ауыртһа йә әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, боронғолар сирҙе иҫкәртеү маҡсатында яҙлы-көҙлө һөлөк һалдырған. Улар, тамырҙарға етмешкә яҡын фермент ебәреп, ҡанды таҙарта.
Һоҡланғыс тәбиғәт — йәнгә сихәт
“Асы” шифаханаһы урынлашҡан тәбиғәт мөйөшө үҙе үк һауығыуҙы тиҙләтә кеүек. Тауҙарҙың саф һауаһы, ҡуйы урман, сылтырап ағып ятҡан йылға матур күренеш тыуҙырып, йәнгә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә.
Асы ере тарих һөйләгән тәбиғәт һәйкәлдәренә, күренекле шәхестәргә һәм легендаларға бай. Бында бик борондан мәрмәр сығаралар. Ул төҙөлөш һәм биҙәкләү эштәрендә республиканан ситтә лә киң ҡулланыла.
Инйәр йылғаһынан түбәнерәк аҡҡан Ләмәздә Атыш шарлауығы менән мәмерйә барлығы билдәле. Инйәрҙең башланған урынында Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе Ямантау әллә ҡайҙарға күренеп күгәреп ята.
Шифахана етәкселеге ял итеүселәрҙең буш ваҡытын күңелле, фәһемле итеп үткәрергә тырыша. Алһыу ҡаялар, таш йылға кеүек тәбиғәт ҡомартҡыларына экскурсиялар, Инйәр буйлап кәмәлә йөҙөүҙәр, хатта “Шүлгәнташ”ҡа походтар ҙа ойошторола. Һәр кис концерт, уйындарҙы тамаша ҡылырға мөмкин. Милли уйындар ҙа ял итеүселәрҙең күңеленә хуш килә.
Спортҡа ныҡлы иғтибар бүленә. Ял итеүселәргә волейбол, футбол, теннис, хатта гольф уйнау өсөн дә бөтә шарттар тыуҙырылған. Ҡыш көндәре иһә хоккей уйнап, тау саңғыһында шыуып кинәнәләр. Скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ. Бынан тыш, дауалау физкультураһы төрлө ауырыуҙарҙан профилактика булып тора.
Шифаханала тәжрибәле ашнаҡсылар күп төрлө ризыҡ тәҡдим итә. Йыл әйләнәһенә еләк-емеш, татлы һыуҙар, һуттар өҫтәлдән өҙөлмәй. Милли аш-һыуға, балыҡ ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Йәй көндәре иһә дауаланыусылар ҡымыҙҙан ауыҙ итә. Алыҫтан килеп ял итеүселәр мөғжизәле эсемлек өсөн айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. “Тәмле аш-һыу менән дә күңелдәргә нур инһен”, — тип тырыша ашхананың уңған хеҙмәткәрҙәре.
Дарыу үләндәренең шифаһын ата-бабаларыбыҙ борондан белгән һәм беҙгә ҡомартҡы итеп тапшыра килгән. Шифаханала был йүнәлештә фитобар эшләй. Унда үләндән сәйҙәр, кислородлы коктейлдәр, ҡымыҙ тәҡдим итәләр.
— Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ эшен оҫта башҡара. Ял итеүсенең һәр береһенә айырым медицина хеҙмәткәре беркетелә, уларҙың күҙәтеүенә нигеҙләнеп, дауалау төрҙәре билдәләнә, — ти Буранбай Нәсим улы.
Үҙебеҙҙең төбәктә ошондай шифахананың булыуы ҡыуаныслы. Аҡса түгеп ҡайҙалыр алыҫҡа ла йөрөргә кәрәкмәй. Әгәр сәләмәтлегегеҙҙе “Асы” шифаханаһында нығытырға, рәхәтләнеп ял итергә теләгегеҙ булһа, түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Белорет районы, Асы ауылы, Дауахана урамы, 1.
Телефондар: 8(34792)78515, 8(34792)78622, 86061003050. Сайт: assy-rb.ru Электрон адрес:
[email protected]
Хаҡтар ҙа ҡиммәт түгел, һауыҡтырыуҙың бер көнө – 2360 һумдан алып. Әйткәндәй, шифахана даими рәүештә төрлө акциялар ҙа уҙғарып тора. Мәҫәлән, тап әлеге мәлдә 9 июнгә тиклем “Ғаилә ялы” акцияһы бара. Ғаиләгеҙ менән бер урынлыҡ бүлмә алһағыҙ, икенсе һәм өсөнсө кеше бушлай йәшәй ала.
Шулай уҡ пенсия танытмаһы булғандарға юллама хаҡына биш процентлыҡ ташлама ҡаралған “Лайыҡлы ял” акцияһы ла дауам итә.