Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Май 2019, 17:10

Милли проект – балалар сәләмәтлеге өсөн

Башҡортостанда һөт кухнялары ҡабаттан тергеҙеләсәк.

Фото  prodokumenty.ru сайтынан.
Фото prodokumenty.ru сайтынан.
Башҡортостанда һөт кухнялары ҡабаттан тергеҙеләсәк. Был эш “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә, шул иҫәптән, сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла.


Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт кухняһын асыуға әҙерлек эштәре тамамланыуға бара. Эш былтыр уҡ башланған, республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 19 миллиондан һум ашыу аҡса бүленгән. Һөт продукттарының тәүге партияһын йәйгә сығарырға ниәтләйҙәр. Йылына иһә 1,5 миллион порция һөт аҙығы етештереү күҙаллана.


Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәстәре менән Октябрьский, Сибай, Белорет, Нефтекама ҡалаларында ошондай уҡ объекттар тергеҙеләсәк, әле бының өсөн бина һайлайҙар.


Әйткәндәй, һөт кухнялары Өфө ҡалаһында ғына һаҡланып ҡалған һәм 2010 йылдан тотороҡло эшләй. Бында көн һайын 1,5 йәшкә тиклемге 1,5 мең баланы тәмле, сифатлы һөт аҙығы менән тәьмин итәләр.


Үрҙә телгә алынған эштәр барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Был документ әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, граждандарҙың ғүмерен оҙайтыу йәһәтенән башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән.

Читайте нас: