Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
31 Май 2019, 14:20

Аҡыл барыһын да еңер

Аҡландырмаһын да, үкендермәһен дә ине был донъя.

Аҡландырмаһын да, үкендермәһен дә ине был донъя.


Май айының һуңғы көнөндә бөтә донъяла тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Ни өсөн ул тотош планета кимәлендә билдәләнә тигән һорауға яуап бер: тәмәке тартыу – яман ғәҙәт, уға бәйлелек арҡаһында йыл һайын алты миллион кеше һәләк була, ти тикшеренеүселәр.


Был мәғлүмәтте белмәгән, тәмәкенең зыяны, алама ғәҙәт икәнен аңламаған кешеләр юҡтыр ҙа, тик ниңә әсе төтөн борхотоп тәмәке көйрәтеүселәр тирә-яғыбыҙ тулы? Әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ, бергә иңгә-иң терәшеп эшләгән, һәр береһен биш бармаҡтай белгән хеҙмәттәштәрҙең серен сисәйек әле. Нимә тип аҡланырҙар, нимә тип үҙҙәрен йыуатырҙар икән? Бәлки, уларҙың аҡылы, тәжрибәһе, үкенестәре кемгәлер насар ғәҙәттән арынырға ярҙам итер?


– Егеттәр, 31 майҙа бөтә донъяла тәмәке­селәр менән көрәш көнө билдәләнгән. Был кө­рәштә кемдең еңеп сы­ғыуына ышанаһығыҙ? Һүҙҙе барығыҙҙан өлкәнерәк, тормош тәжрибәһе мулыраҡ Нәсихтән башлайыҡ.

– Әлбиттә, ҡасан да булһа сәләмәтлеген ҡайғыртҡан, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән оҙаҡ йылдар гөрләшеп йәшәргә ниәтләгән, тәмәкенән ваз кискән кешеләр еңеү яулар тип уйлайым. Кеше ғүмере былай ҙа бер тотам еп кеүек кенә, үтә ҡыҫҡа.


Тартыуҙы илле йәштән һуң ғына ташланым. “Их, нимәгә элегерәк үҙемдә ихтыяр көсө тапманым икән” тип үкенгән дә бар.


Йәш саҡта үҙем башҡалар менән теләктәшлек йөҙөнән көйрәткән булам, шулай ҙа уның насар ғәҙәт икәнлеген аңлағанға күрә тартыуҙы сикләргә тырышам. Таныштар көнөнә 1-2 ҡапты тартып бөтөргәндә, мин ул запасты аҙнаға һуҙырға маташам. Үҙ-үҙемә “алтын” юбилейға аяҡ баҫыу менән “ул хәшәрәтте ауыҙыма алмаясаҡмын” тип һүҙ бирһәм дә, тағы ла бер аҙ үҙем менән көрәшергә, ҡиммәтле ваҡытты әрәм итергә тура килде.


Хәҙер тәмәкеселәргә ҡарайым да уларҙың нисек һаулығының ҡәҙерен белмәүенә йәнем көйә. Мин үҙемде аңлы рәүештә дөрөҫ аҙым яһаным тип иҫәпләйем. Сәләмәтлеккә генә түгел, хатта тормошҡа ла ҡарашым тамырынан үҙгәрҙе.


– Илдар, һинең ҡулыңа тәмәке алғаныңды бер ҡасан да күрергә тура килмәне. Әллә был ғәҙәтеңдән оялып, артыҡ күҙҙәрҙән йәшерергә тырышаһың инде?

– Һеҙгә дөрөҫөн генә һөйләйем. Бер ҡасан да көйрәткәнем булманы. Хатта олораҡ күренергә тырышып, башҡа малайҙар төтөн борхоторға өйрәнгән саҡта ла. Ҡайһы берәүҙәр насар ғәҙәткә әүрәгәнен аҡлап, әрме хеҙмәтенә япһарырға тырыша. Һис тә улай түгел. Мин дә хеҙмәт иттем, тәмәкенең ниндәй ҡатнашы булһын һалдат тормошона?

Беҙ – бер туған дүрт егет – беребеҙ ҙә тәмәке менән дуҫ түгелбеҙ. Ә атайым ғүмер буйы тартты, үҙебеҙҙең был холҡобоҙҙо бер нисек тә аңлата алмайым, әллә әсәйҙең һүҙҙәре үтемлерәк, һабағы нығыраҡ булдымы икән?

Ҡулға тәмәке төпсөгө тотмайынса ла, бер-беребеҙ менән аралашырға һүҙен дә, темаһын да табабыҙ, уйын-көлкөһө лә етерлек. Насар ғәҙәткә бәйлелектән азат булыуыма ҡәнә­ғәтмен.


– Алты йыл буйы тартмай йөрөп, йәнә иҫке ғәҙәтеңә тотон­ғаныңа кәләшең генә түгел, беҙ ҙә апты­райбыҙ. Нисек килеп сыҡты һуң ул? Ихтыяр көсөң бөттөмө, әллә башҡа сәбәбе бармы, Самат?

– Йәш саҡта тәмәкеселәр менән бөтөнләй дуҫлыҡ булманы. Әрме хеҙмәтендә лә был яман ғәҙәткә ылығылманы. Киреһенсә, өлкәнәйә, аҡыл ултыра төшкәс ҡунаҡта-фә­ләндә, таныш-тонош менән әңгәмә­ләшкәндә “ала ҡарға”лай айырылып тормаҫ өсөн тәмәкегә үрелгәнемде һиҙмәй ҡалдым шикелле. Әле лә мин бит өйҙә тартмайым, ә бына эштә, урамда тәмәке менән “шаярыусылар” менән осрашып, гәп һатырға тура килһә, тәмәкегә үрелгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам. Насар ғәҙәт икәнен аңлайым, әлбиттә. Хатта үҫеп еткән улым да үҙемә аҡыл өйрәтә башланы, кәләш тә ҡәнәғәт түгел. Көндән-көн “был ғәҙәттән мотлаҡ ҡотолорға кәрәк” тигән уй нығын­ғандан-нығып, күңелде өйкәп тик тора. Ташларға кәрәк!


– Ниәтең яҡшы, ейәндәреңә һабаҡ бирерлек тормош тәжри­бәң буласаҡ икән, әләйһә. Ә бына күбәләк кеүек ике ҡыҙын ҡур­салап үҫтереүсе хеҙмәт­тәшебеҙҙең тәмәке көйрәтеүен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Әрме хеҙмәте лә, ян-яғындағы насар ғәҙәткә әүрәтеү­селәр ҙә холҡон “һын­дыра” алма­ған. Венер, сәбәбен аңлат әле беҙгә, ни өсөн был ғәҙәт ылыҡтырманы һине?

– Әлләсе. Атайым ғүмер буйы малсылыҡта эшләне, ат йәнле булды. Тәмәкене көйрәтте генә! Ғөмүмән, ул саҡта “махорка” бик үтемле тауар ине. Хәҙер сигареттың ниндәй генә матур ҡаплыһы юҡ, тик шуны үҙ аҡсаңа һатып алып, һаулыҡҡа зарар килтерге килмәй. Иң аптыратҡаны – башҡалар “рәхәт­ләнеп” көйрәткәндә һис көнләшмәйем, ғөмүмән, тартыу теләге юҡ.


Көн дә подъезд төбөнә йыйылған 14-15 йәшлек ҡыҙҙарҙың төн еткәнсе тәмәке һурыуына һушым китә. Күҙ-ҡолаҡ булырлыҡ ата-әсәләре юҡмы икән ни? Егеттәр араһында төтөн борхотоусылар күҙгә күренеп кәмеһә лә, закондар ҡәтғиләнһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, был ғәҙәтте күберәк үҙ итә башланы. Ошо кейенгән-яһанған ҡыҙсыҡтарҙың һеҙҙең йортоғоҙға килен булып төшөүе лә ихтимал бит. Уларҙан ниндәй әсәй, өләсәй сығыр икән? Йәмғиәт өсөн ҙур бәлә был.


* * *

Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ир-егеттәр! Яҙмыштар, тормош тәжрибәһе төрлө булһа ла, тел төбөгөҙҙән шул аңлашылды: ҡайһы бер “йомшаҡлыҡ”тарҙы еңгәндә, тәмәке менән көрәштең иң алдынғы сафында барыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн майҙандарға сығыу, лозунгтар күтәреүҙең кәрәге юҡ. Үҙ өлгөгөҙгә таянып, яҡындарығыҙҙы артығыҙҙан эйәртә лә, сәләмәт тормош тыуҙыра ла алаһығыҙ. Ошо тыныс, күркәм, насар ғәҙәттәрҙән азат мөхиттә ғаиләләрегеҙ менән оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын.
Читайте нас: