Тәмәке тартыу менән көрәш көнөн билдәләүҙең мәғәнәһе шунда: никотинға бәйлелек проблемаларына халыҡтың иғтибарын йүнәлтеү, зарарлы ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам итеү, сәләмәт тормош башлау.
Ғалимдар әйтеүенсә, тәмәке тартыу – наркоманияның бер төрө, уның зыяны көйрәтеүсенең үҙенә генә түгел, ә тирә-яғындағы кешеләргә лә кире йоғонто яһай. Тәмәке – төрлө етди сирҙәрҙең башланыуына ла сәбәпсе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, тәмәкенән донъяла һәр минут һайын ун кеше һәләк була.
Статистиканан күренеүенсә, Рәсәйҙә һәр унынсы ҡатын-ҡыҙ тәмәке тарта, ирҙәрҙең 50-60 проценты – ҡомарлы тәмәкесе. Һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының тырышлығына ҡарамаҫтан, уларҙың аҙ ғына өлөшө был яман ғәҙәттән ҡотола. Ҡайһы берәүҙәрҙе үлем хәүефе лә ҡурҡытмай. Йыл һайын илдә миллионға яҡын кешене ошо насар ғәҙәт харап итә. Был СПИД-тан, ауыр наркотиктарҙан, юл һәләкәттәрендә вафат булғандарҙан байтаҡҡа күберәк.
Ә уның зыянын аңлатыу, иҫкәртеү, бәйлелектән ҡотолдороу алымдарына күпме аҡса, хеҙмәт түгелгәнен аңлатыу ҙа кәрәкмәй. Шул уҡ ваҡытта тәмәке етештереү индустрияһы халыҡты “ҡармаҡҡа эләктереү” маҡсатында нимә генә эшләмәй: ҡаптары торған һайын ҡиммәтерәк, сағыуыраҡ, күҙгә ташланырлыҡ, ымһындырырлыҡ була бара.
Тәмәке менән бәйле үлем сәбәптәре – йөрәк-ҡан тамырҙары (47%), тын алыу органдары (19 %), үпкә яман шеше (16 %), башҡа төрҙәре (9 %). Үлем осраҡтарының 70 проценты 35-69 йәшлектәргә тура килеүе һәр кемдең уртаса 19 йыл ғүмерен юғалтыуы хаҡында һөйләй.
Ни өсөн тап бөгөндән тәмәкенән баш тартыу хәйерле?
Беренсенән, ваҡытығыҙ һәм аҡсағыҙҙы янда ҡалдырасаҡһығыҙ. Тәмәкесе уртаса көнөнә 20 сигарет тарта, тимәк, бер “перекур”ға яҡынса өс минут ваҡыт кәрәк. Ә йылына 15 көн самаһы ваҡыт тәмәке көйрәтеүгә китә, ике аҙналыҡ отпускты төтөнгә борхоттоғоҙ тигән һүҙ. Өҫтәүенә хаҡтар йылдан-йыл күтәрелә, киләсәктә үтә ныҡ ҡиммәтләнеүе мөмкин, тип ҡурҡыта етештереүселәр ҙә.
Икенсенән, оҙайлы ғүмер кисерәсәкһегеҙ. Медицина тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, тартыу кешенең ғүмерен 7-10 йылға ҡыҫҡарта.
Өсөнсөнән, матурлығығыҙҙы һаҡлаясаҡһығыҙ. Тәмәкесенең еҫен әллә ҡайҙан тойоп була. Көн дә йыуынып ҡына был һаҫыҡ еҫтән ҡотола алмаясаҡһығыҙ. Еҫ кейем-һалымға ла, сәстәргә лә, тәнгә лә һеңеп, уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра.
Дүртенсенән, ғүмергә янаған хәүефтән ҡотолдора. Тартҡан кешенең ғәҙәтен беләһегеҙ инде, ҡайҙа, кем булыуына ҡарамаҫтан, тәмәкегә үрелергә генә тора. Йөрөгәндә тәмәке тартып, үпкәһендә көсөргәнеш тыуҙыра, руль артында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға, аварияларға юл аса. Ә күпме янғын һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнә бәйле?!
Бишенсенән, яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлаясаҡһығыҙ. Тәмәкесе үҙенең һаулығына ғына түгел, эргәһендә йәшәгән, эшләгән кешеләрҙең сәләмәтлегенә лә ҙур зыян килтерә. Төтөнлө бүлмәлә һигеҙ сәғәт ултырыу биш тәмәке тартыуға тиң тип иҫәпләй табиптар, шуға күрә лә йәмәғәт урындарында тартыу ҡәтғи тыйылған.
Күптәр, теләһә лә, тәмәке тартыуҙы ташлай алмай йонсой, сөнки ул бит физиологик һәм психологик бәйлелек тигән һүҙ. Ни тиклем иртәрәк сигареттан ҡотолорға уйлаһаң – шул тиклем үҙең өсөн дә, яҡындарың өсөн дә яҡшыраҡ.