Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Июнь 2019, 22:35

Яман сиргә ҡаршы көрәшкә – 1,7 триллион һум

Республикала быйыл онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” проекты буйынса 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

Фото: futurerussia.gov.ru
Фото: futurerussia.gov.ru
Республикала быйыл онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” проекты буйынса 1,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.


Был сумма профилле медицина учреждениеларын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә китәсәк.


Быйыл онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш буйынса төбәк программаһы булдырылып, дүрт амбулатор ярҙам үҙәге эш башлаясаҡ. Улар Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Күмертау ҡалаларындағы күп профилле ҙур дауаханалар ҡарамағында төҙөлә.


“Шулай уҡ республика онкология диспансерын, өс медицина ойошмаһын диагностика һәм дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырыу планлаштырылған, 67 берәмек махсус техника алынасаҡ”, – тиҙәр төбәк министрлығында.


Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2019 – 2024 йылдарҙа 1,7 триллион һум йүнәлтеү ҡаралған.

Читайте нас: