Бер үк ваҡытта йоҡонан торорға ғәҙәтләнеү кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы, тип раҫлай табиптар. Режим организмдың ҡиммәтле ресурстарын һаҡсыл тотона, шул уҡ ваҡытта һаулыҡты һаҡларға ярҙам итә.
АҠШ ғалимдарының тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, даими рәүештә көн тәртибен күҙәтмәү организмда ҙур тайпылыштарға — һимереүгә, холестерин һәм шәкәр кимәленең күтәрелеүенә килтереүе ихтимал. Даими йоҡо туймағанда кешенең сәләмәтлеге хәүеф аҫтына ҡуйылыуы күптән билдәле. Ғалимдарҙың һуңғы етди тикшеренеүе йоҡо режимы йыш боҙолған осраҡта ла (кеше төрлө ваҡытта йоҡларға ятып, төрлө ваҡытта торорға ғәҙәтләнһә), организмда кире күренештәр күҙәтелеүе мөмкинлеген раҫланы.