Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Июнь 2019, 14:08

Сәләмәтлеккә юл

* Аныҡ маҡсат билдәлә. Һин ни өсөн оҙаҡ йәшәргә тейешһең, уны нисек үткәрергә теләйһең?

* Аныҡ маҡсат билдәлә. Һин ни өсөн оҙаҡ йәшәргә тейешһең, уны нисек үткәрергә теләйһең?


* Йәш артыуына һылтанып, йүнә­лешегеҙҙән тайпылмағыҙ. “Ҡартлыҡ — шатлыҡ түгел инде”, “олоғайыу ғәләмәте” тип, бөтә бәләне йәшегеҙгә япһармағыҙ.


* Юҡ-барға ыҙғышмағыҙ, энергияғыҙҙы бушҡа әрәм итерһегеҙ. Донъя даими үҙгәрә, һеҙ ҙә унан ҡалышмағыҙ, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышығыҙ. Өлкәнәйә барған һайын кеше консерватизм яғына ауыша бара, заман тиҙлегенән ҡалыша һәм үткән тормошта ҡала, донъя менән ҡаршылыҡ арта, яңы үҙгәрештәрҙе ҡабул итмәй һәм ошо сәбәпле сирҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Ҡартайғың килмәһә, үҙ өҫтөңдә эшлә, замандан артта ҡалма.


* Кешене ҡартайтҡан тағы бер сәбәп — ашығыу. Быныһын да, тегенеһен дә ваҡытында, тиҙ эшләргә кәрәк, ә ваҡыт юҡ. Шунлыҡтан түҙемһеҙлек, ҡуҙғыу­санлыҡ, ярһыусанлыҡ, башҡаларға ҡарата күрә алмау, көнсөллөк тойғоһо уяна. Ашҡынып, сабыулап донъя көтөү ғаилә тормошона ла, йоҡо сифатына ла, аппетитҡа ла насар тәьҫир итә, һөҙөмтәлә кеше ҡартая.


* Ыңғай хис-тойғо, рәхмәтле булыу, хөрмәт итеү, уртаҡ тел табыу, киреһенсә, тәнгә энергия өҫтәй.


* Тәжрибәнән күренеүенсә, йөҙ­йәшәрҙәр ауырлыҡтарға бирешмәй. Уларға ошондай сифаттар хас: түҙемһеҙләнмәү, үҙ-үҙенә ышаныусанлыҡ, яраҡлаша белеү, буйһонмау, әүҙемлек, ижади ҡараш, бәхетте тойоу, көсөргәнеште йомшартыу, тыныслыҡ, асыҡлыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоһо, намыҫсанлыҡ, күңел ҡайтыуын кисереү. Һеҙ үҙегеҙҙә ҡайһы сифаттарҙың юҡлығын тояһығыҙ?


* Оҙайлы ғүмер кисереү әлифбаһы — ғаиләлә гармония тигән һүҙ. Айырыуса ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәткә ҡағыла. Йылы һүҙгә һаранланмағыҙ, рәхмәтегеҙҙе ваҡытында белдерегеҙ.


* Беҙҙе һәр саҡ алға ҡарарға, тормошто планлаштыра белергә өйрәттеләр. Әммә йыш ҡына бөгөнгө проблемаларҙы киләсәккә күсереп, тынғыһыҙлана баш­лайбыҙ. Хәүеф йөрәкте көсһөҙләндерә, даими стресс беҙҙе ҡартайта. Ышанмау­санлыҡ, икеләнеү, ҡурҡыу, асыу, тәнҡит, ғәйеп ташлау, ярышыу, дошманлыҡ, оялыу, баҫынҡылыҡ тәнде көсөргәнештә тота, энергия бушҡа әләф-тәләф ителә.


* Ғүмер оҙайлылығында нәҫелдән килгән күсәгилешлектең дә роле бар, әлбиттә, әммә, тормош шарттарын үҙгәртеп, был хәлде лә үҙгәртергә мөмкин, тип иҫәпләй геронтологтар.


Фото: vsluh.net