Көндәр йылыныу менән кешеләр кондиционерҙарын эшләтә башлай. Уларҙың хәүефле яҡтарын беләһеҙме? Булмаһа, табиптарҙы тыңлағыҙ.
Тышта эҫе һауала булғандан һуң кондиционер эшләгән һалҡын бинаға инеү менән кеше температураның кинәт төшөүен үҙендә тоя.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, был ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына һәм респиратор сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтереүе мөмкин.
Өҫтәүенә һауа үтә ҡороға әүерелә, һөҙөмтәлә организм инфекцияларға тиҙерәк бирешә. Эҫе көндәр яҡынлаша, кондиционерҙан һағыраҡ файҙаланырға кәрәк, тип иҫкәртә табиптар.