Һыу организмдың бөтә эшмәкәрлегендә ҡатнаша, уның запасы даими тулыландырылып торорға тейеш. Йыш ҡына беҙ ҡайнатылған һыу, сәй, компотҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәр көн дауамында ябай һыу эсеү файҙалыраҡ тип иҫәпләй. Гел генә ҡайнаған һыу эсеүҙән зыян бармы?
Рәсәйҙә ҡайнатылған һыуҙы “ауыр”, хатта “йәнһеҙ, үле һыу” тип тә атайҙар. Быға улар тормоштан төрлө миҫал килтерә. Мәҫәлән, гөлдәргә бындай һыуҙы һибеү менән улар ҡорой, йәмһеҙләнә башлай. Ә аквариумдағы иң әрһеҙ балыҡтар ҙа һәләк була. Калифорния университеты ғалимдары раҫлауынса, ҡайнатылған һыуҙың организм өсөн бер файҙаһы ла юҡ.
Һыуҙағы кислородтың эре молекулалары үҙҙәренә башҡа минераль матдәләрҙе һәм витаминдарҙы “эйәртеү” һәм ҡанға, күҙәнәктәргә бик тиҙ илтеү һәләтенә эйә, шуға күрә табиптар дарыу эскәндә бары ҡайнатылмаған һыуҙы ҡулланырға кәңәш бирә. Температураһы 100 градусҡа еткән һыуҙа кислород юҡ, шуға күрә молекулалар үҙ функцияларын үтәмәй, тип иҫбатлай тикшеренеүселәр.
Һыуҙы ҡайнатыуҙың төп сәбәбе — ундағы зарарлы, сир таратҡан микроорганизмдарҙы юҡҡа сығарыу. Һыу үткәргес аша өйҙәргә килгән һыу таҙартыу ҡоролмаларында хлор ярҙамында зарарһыҙландырыла, уны ҡайнатмай эсһәң дә, хәүефе булмаясаҡ. Әммә беҙҙәге һыу үткәргестәрҙе файҙаланыуҙың срогы ун йылдан да ашыуын иҫәпкә алһаҡ, иҫке торбаларҙағы микроорганизмдарҙың хайран ҡалырлыҡ күплеген тоҫмалларға була, шуға күрә крандан аҡҡан һыуҙы ҡайнатмай эсеү хәүефле. Температураһы 100 градусҡа тиклем еткерелгән һыуҙа йоғошло микроорганизмдарҙың ҡалыуы мөмкин түгел, ә ағыулы матдәләр, мәҫәлән, хлор шунда уҡ таралып, тарҡалып бөтә, өҫтәүенә ҡайнатҡанда һыуҙың “ҡатылығы” йомшара, сәй йәки ҡәһүә тәмлерәк була.