Күптәр сәләмәт тормоштоң мөмкинлектәрен тулыһынса баһалап бөтмәй. Һәйбәт йәшәү ҡорбан талап итмәй, бының өсөн артыҡ сығым да кәрәкмәй, бары ябай ғына ҡағиҙәләрҙе ваҡытында дөрөҫ үтәү кәрәк.
* Туҡланыуҙа артыҡ һаҡсыллыҡтан, сифатлы аҙыҡ-түлеккә аҡса йәлләүҙән ҡотолоғоҙ. Ни тиһәң дә, яҡшы ризыҡ – сәләмәт, оҙайлы ғүмер нигеҙе.
* Мөмкин булғанда, йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, зифа буй-һынығыҙҙы оҙаҡ йылдарға һаҡларһығыҙ.
* Ресторан-кафеларҙағы шикләнеү тыуҙырған аҙыҡ-түлектән баш тартығыҙ. Ашҡаҙан эшмәкәрлегенең аҙ ғына боҙолоуы, ағыуланыу организмдың көс-хәлен ала. Һыуытҡыста һаҡланыуына ҡарамаҫтан, ҡулланыу срогы сыҡҡан ризыҡтарҙың бөтәһен дә ташларға тура килер.
* Әгәр ҙә хеҙмәтегеҙ ултырып эшләү менән бәйле булһа, һәр сәғәт һайын өс кенә минутығыҙҙы күнегеүҙәргә бүлегеҙ. Ҡул һәм аяҡтарығыҙҙы һуҙғылағыҙ. Кәүҙәгеҙҙе уңға-һулға борғолағыҙ, яурындарығыҙҙы бер күтәреп, бер төшөрөгөҙ.
* Был кәңәшебеҙ бер аҙ сәйер ҙә, үтәлмәҫлек тә булып тойолор: тулҡынланмағыҙ! Кеше ни тиклем үҙен йышыраҡ көсөргәнештә тота, шул тиклем тиҙерәк ҡартая. Өҫтәүенә стресс – йөҙҙә һырҙар барлыҡҡа килеүенең һәм сәс ҡойолоуының төп сәбәпсеһе.
* Йәшелсә, емеш-еләкте кәрәгенән артығыраҡ “запас”ҡа һатып алырға тырышмағыҙ.
* Асыуығыҙ килһә, эсегеҙгә йыймағыҙ, киреһенсә, уны нисек тә тышҡа сығарыу яйын күрһәгеҙ, сәләмәтлегегеҙгә зыян килмәҫ.
* Бөкөрәйеп йөрөмәгеҙ, ултырғанда ла, йөрөгәндә лә арҡағыҙ төҙ булһын. Күп кенә сирҙәрҙең умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүе менән бәйле булыуын онотмағыҙ.
* Ваҡытында ғаилә ҡороғоҙ. Башлы-күҙле кешеләр яңғыҙаҡтарға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй, тип иҫбатлай төрлө ил ғалимдары.