V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография һәм һаулыҡ һаҡлау секцияһы эшендә “Промедицина” ойошмаһы табибы, Бөрйән ҡыҙы Маргарита Хәлимова ла ҡатнаша. Ул, акушер-гинеколог булараҡ, милләт ҡатын-ҡыҙының һаулығы өсөн ныҡ борсола.
– Райондарҙағы халыҡҡа сәләмәтлек йәһәтенән иғтибар артһын ине. Мәҫәлән, репродуктив йәштәге ҡатындарҙы тулыһынса тикшергәндә, һаулығы йәһәтенән аныҡ консультация биргәндә, аңлатыу эштәре алып барғанда күрһәткестәр күпме яҡшырыр ине! Ғөмүмән, мәктәптә үк енси тәрбиә буйынса махсус дәрестәр булырға тейеш тип иҫәпләйем. Улар ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым уҙғарылһын. Әйткәндәй, үҙем балаларым уҡыған мәктәптә класс сәғәттәре үткәрәм, һорауҙарына яуап бирәм. Һөҙөмтә бар, йәштәр ҡыҙыҡһына, уйлана. Ошонан сығып, һәр милләттәш төрлө проблемалар буйынса әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтһә, йәш быуын һаулығын һаҡлау йәһәтенән бихисап эш башҡарып була тип уйлайым.