Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Июль 2019, 04:16

Аҡыллы һис аҡыл һатмаҫ

Олоғая барған һайын кеше күберәк тәжрибә, аҡыл йыя. Аҡыл туплау өсөн ғүмер буйы уҡырға, анализ яһай белергә, һәр аҙымыңды уйлап баҫырға өйрәнергә тура килә.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Олоғая барған һайын кеше күберәк тәжрибә, аҡыл йыя. Аҡыл туплау өсөн ғүмер буйы уҡырға, анализ яһай белергә, һәр аҙымыңды уйлап баҫырға өйрәнергә тура килә.


Аҡыллы булыу өсөн мотлаҡ ошо ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырырға кәрәк:
* тәжрибә үҙләштерегеҙ һәм уны арттыра барығыҙ;

* һорауҙар бирергә һәм уларға яуап алырға өйрәнегеҙ;

* ашыҡмағыҙ, уйлағандан һуң ғына фекерегеҙҙе белдерегеҙ;

* түҙемле булығыҙ, етешһеҙ­лек­тәрегеҙҙе танығыҙ. Аҡыллы кешеләр етешһеҙлектәрҙе үҙендә күрә, аҡыл­һыҙҙар үҙ кәмселеген дә башҡаларға ауҙара;

* яуаплылыҡ тоя белегеҙ.
Көсөргәнеште йомшартығыҙ. Кешенең баш мейеһенә ваҡыты-ваҡыты менән ял кәрәк. Әгәр ҙә өйөгөҙгә ҡайтҡандан һуң үҙегеҙҙә ҡыл өҙөрлөк тә көс-хәл тоймаһағыҙ, бер ни эшләргә лә теләгегеҙ юҡ икән, бының өсөн үҙегеҙҙе ғәйеп­ләмәгеҙ. Кеше мейеһе туҡтауһыҙ бойороҡтарҙы үтәргә тейеш түгел бит. Уға ла ял, эшмәкәрлегендә тәртип урынлаштырырға, маҙалаған мәғлүмәттән ҡотолорға кәрәк.
Ялған йомартлыҡ зарарлы. Кешегә ярҙам итергә ашығыуҙың кире яҡтары ла бар. Һәр кем үҙ проб­лемаһын үҙе хәл итергә өйрә­нергә тейеш. Ҡытыршылыҡ һәм ҡаршылыҡтарҙы еңә белгән кеше генә үҫешәсәк.
Ваҡсыллыҡтан өҫтөн бул. Кемдең-кем булыуы ваҡ ҡына то­йолған мәсьәләләрҙә яҡшы күренә. Уның тәүҙә йомарт, киң күңелле, алсаҡ, яҡты йөҙлө булып тойолоуы мөмкин, әммә йылына бер тапҡыр булһа ла ваҡсыллығы көндәлек ваҡ-төйәктәрҙә мотлаҡ сағылыр.
Идара итә бел. Һәр хәл-ваҡи­ғаның, күренештең башланғысы бу­ла. Мәҫәлән, бер йыуылмаған тә­рилкә эргәһенә башҡаларын да өйһәң, бысраҡ һауыт-һаба өйөмө хасил булыр. Бер сүп ташланған урында, күп тә үтмәй, сүмәлә бар­лыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә һәр насар, кире күренештең баш­ланғысын ваҡытында күрә һалып, уны тамырынан бөтөрөргә кәрәк. Ҡар өйөмөнә ҡарағанда, бер ҡар бөртөгөнөң тиҙерәк иреүен һәр кем белә.
Юғалтыуҙарҙы кисерергә өй­рән. Донъяла яҡындарҙы, ҡә­ҙерле әйберҙәрҙе юғалтыуы ауыр, әммә бындай ҡайғы-борсолоуҙарҙан азат булыу мөмкин түгел. Нисек тә кисе­рештәргә артыҡ бирелмәй, түҙемлек менән үткәрергә тыры­шырға кәрәк. “Сабырлыҡтың төбө – һары алтын”, тигән боронғолар ҙа. Иртәгә кү­ңелһеҙлектәр, бор­солоуҙар артта ҡалыр, донъя тағы ла яҡтырғандай, йәмләнгәндәй тойолор.
Читайте нас: