Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Июль 2019, 04:12

Дарыуһыҙ йәшәргә өйрән

Әгәр ҙә кеше көн дә һаулығын хәстәрләһә, уға аҙаҡ табиптар артынан эйәреп йөрөргә, услап дарыу эсергә тура килмәйәсәк. Кеше үҙенең кәйефенә үҙе йоғонто яһай. Түбәндәге ябай ғына кәңәштәр һеҙгә үҙегеҙҙе яҡшы тойорға, организмығыҙҙы сәләмәтләндерергә ярҙам итер.

Фото: ok.ru

Ҡәһүә эсегеҙ

Кофеиндың зарары тураһында тылҡығандарға ышанмағыҙ. Көнөнә өс-дүрт шәшке ҡәһүә эсеүҙән бауырға зыян килмәҫ, ә ҡан системаһы нығыныр. Ҡәһүә еҫе генә лә кәйефегеҙҙе күтәрер, матдәләр алмашыныуын яҡшыр­тыр.

Аҡһым организмға мөһим

Иртән та­маҡ ялғағанда өҫтәле­геҙҙә аҡһымлы аҙыҡ булһын. Аҡһым энергия, көс бирер, оҙаҡ ваҡыт асығыу тоймаҫһығыҙ, сөнки йомортҡа, йогурт, һөт, сыр, ҡуҙаҡлылар – туҡлыҡлы ризыҡтар.

Калий ниңә кәрәк?

Белгестәр әйтеүенсә, рационда калийға бай аҙыҡтар мотлаҡ булырға тейеш. Был элемент йөрәк эшмәкәрлеге өсөн үтә мөһим.
Калий сығанаҡтары: какао, күрәгә, балыҡ, ҡара слива, шпинат, йогурт, ҡабығы менән бешерелгән картуф. Организмдағы калий-натрий балансына бик күп физиологик процестарҙың торошо бәйле.
Читайте нас: