Башҡортостан Хөкүмәтенең 4 июлдәге ҡарарына ярашлы, төбәктә медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттағы яман шеште иртә (1-2-се) стадияла асыҡлаһа, премия ала башлаясаҡ.
Уның күләме – 5750 һум. Диагнозды мотлаҡ табип-онколог раҫларға тейеш.
Бындай өҫтәмә түләү участка терапевтары, балалар табибы, акушер-гинекологтар, кардиологтар, дерматовенерологтар һәм башҡа тар профилле белгестәргә ҡаралған.
Премияны шулай уҡ фельдшерҙар, тәү тикшереү кабинеттары шәфҡәт туташтары ла алырға хоҡуҡлы.