Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Июль 2019, 23:06

Шыр тиргә батып уянам…

Ни өсөн кеше төндә йоҡлағанда ныҡ тирләй? Был күңелһеҙ күренештең сәбәбе күп төрлө. Гипергидроз ҡатын-ҡыҙҙы ла, ир-атты ла, йәшенә, кәүҙәһенең ниндәй ауырлыҡта булыуына ҡарамаҫтан, һис тә аямай. Йоҡлағанда ныҡ тирләүҙе сир тип иҫәпләп булмай, ул организмдың тышҡы факторҙарға реакцияһы йәки эске баланстың боҙолоуы менән бәйле.

Фото healthtap.com сайтынан.

Тәүҙә тирләү сәбәптәрен үҙегеҙ асыҡлап ҡарағыҙ. Бәл­ки, юрған-мендәрҙәрҙең үтә йылы булыуы арҡаһында тирләйһегеҙҙер. Бындай ос­раҡта уларға тултырылған йөн, синтепондың аллергия тыуҙырыуы ла ихтимал. Синтетик туҡыманан тегелгән кейемдең тәнгә тын алырға ирек бирмәүен дә иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Бүлмәнең артыҡ йылы булыуы, йоҡлар алдынан самаһыҙ ашау ҙа һеҙҙе тиргә батырыуы мөмкин. Аш­ҡаҙан аҙыҡты кеше тәрән йоҡоға талғас та эшкәртеүен дауам итә, энергия һәм һыу бүленеп, күҙәнәктәр аша тир рәүешендә сыға. Айырыуса май­лы, татлы аҙыҡты ятыр ал­дынан ашарға тырыш­ма­ғыҙ. Иҫерткес эсемлектәр ҙә тир бүленеүен көсәйтә.
Организмда тир бүленеүе 2,5 миллиондан ашыу тир биҙҙәре ярҙамында бара. Улар секреция тибы буйынса ике төргә бүленә. Эккрин тир биҙҙәре тире өҫтөн ҡаплап алған. Уларҙың төп функция­һы – организмдағы йылылыҡ­ты тәьмин итеү. Апокрин тир биҙҙәре тән температураһын көйләмәй.
Шыр тиргә батып уяныуҙың етди сәбәптәрен дә ҡарап үтә­йек. Быға гормональ үҙгәреш­тәр, шәкәр диабеты, дөрөҫ туҡланмау, дарыуҙарҙы күп эсеү һәм ҡайһы бер сирҙәр (туберкулез, киҙеү, ангина, онкология, невроз, неврастения) сәбәпсе булыуы мөм­кин. Бындай осраҡтарҙа орга­низм көслө стресс кисерә, сәбәбен асыҡлау өсөн мотлаҡ табип­тарҙың кәңәше талап ителә.
Читайте нас: