Ҡан тамырҙарының тығылыуы – планетала йәшәгән миллионлаған кешеләрҙең ҙур проблемаһы. Күп кенә ауырыуҙарҙан айырмалы, ҡан тамырҙарының тығылыуына ныҡ үҫешкән илдәрҙә лә, үҫеш йәһәтенән ыратмаған, артта ҡалған төбәктәрҙә лә берҙәй дәрәжәлә юлығалар.
Күпселек осраҡта ул атеросклероз һәм тромбоз һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ҡайһы берәүҙәр был сирҙәрҙе айырып ҡарамай. Дөйөм һыҙаттар һәм бәйләнеш булыуына ҡарамаҫтан, улар – икеһе ике төрлө ауырыу. Буталсыҡ булмаһын өсөн, һәр береһен айырып ҡарайыҡ.
Атеросклероз – артериялар зарарланыуының хроник процесы, ҡан тамырҙарының эске стенаһына холестерин ултыра һәм тоташтырыусы туҡыманың үҫеүенә, ҡан йөрөү тамырҙарын тарайтыуға килтерә. Ә был, үҙ йәһәтендә, ҡан тейешле миҡдарҙа теге йәки был органға барып етмәгәнлектән, кислородҡа ҡытлыҡ тыуҙыра. Был хәлде ваҡытында туҡтатмағанда, ҡан тамырҙарының тулыһынса тығылыуы, хатта каналдың өҙөлөүе ихтимал.
Тромбоз ҡан тамырҙарына холестерин ултырыуы һәм һығылмалылыҡ юғалтылыуы арҡаһында түгел, ә ҡан төйөрҙәре хасил булыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Быға бер нисә фактор сәбәпсе. Киң таралғаны – йәштең өлкәнәйеүе. Ҡан ойошоуы менән бәйле проблемалар ҙа тромбозға килтереүе мөмкин.
Ҡан тамырҙарының тығылыуын, тарайыуын иҫкәртеүҙең ниндәй юлдары бар? Өс төп ҡағиҙәне иҫтә тотоу кәрәк: дөрөҫ туҡланыу, физкультура менән шөғөлләнеү, зарарлы ғәҙәттәрҙе үҙ итмәү. Өҫтәүенә медицина тикшеренеүен даими үтеп тороғоҙ.
Иң файҙалы аҙыҡтар – сейә һәм йәшел сәй. Тәүгеһендә ҡан ойошоуын кәметеүсе кумарин булһа, йәшел сәйҙә тромб барлыҡҡа килтереүҙә хәүефле роль уйнаған ферменттарға ҡаршы торған рутин бар. Эре океан балығы тунец был йәһәттән иң файҙалыһы иҫәпләнә. Иң зарарлы аҙыҡтарҙың береһе – маргарин. Артыҡ майлы аҙыҡ ашауҙан, урамда һатылған төрлө бәлеш, бөйөрөк алыуҙан тыйылығыҙ. Пальма һәм кокос майҙары, ҡош-ҡорт тиреһе, аҡ һәм иретелгән майҙар ҙа холестерин кимәленең артыуына булыша. Туҡланыу рационына күберәк йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек индерергә тырышығыҙ. Йөҙөү, йүгереү, контраст душ сәләмәтлек өсөн ифрат файҙалы.
Ғөмүмән, сирҙе иҫкәртеү тураһындағы һорауҙарығыҙ менән иң тәүҙә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Иң яҡшы кәңәште бары ул ғына бирә, кәрәккәндә дауаһын да билдәләр.