Сәләмәт булайыҡ
18 Июль 2019, 07:29

Саф һауала табип менән

“Ҡала халҡы беҙҙең акцияны ихлас ҡабул итте. Улар табиптарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бындай сара кәрәк, ул артабан да дауам ителәсәк”.

Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
Сибайҙа “Табип менән саф һауала йөрөү” акцияһы күркәм йолаға әүерелә бара. Аҙнаның һәр шаршамбыһы Еңеү паркында ҡала халҡы табип-белгестәр менән осраша.


Проекттың маҡсаты – халыҡтың сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан гиподинамияға, аҙ хәрәкәтләнеүгә ҡаршы көрәш. Осрашыу мәлендә һәр кем табиптарға теләгән һорауын бирә ала.


Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, кисә ойошторолған сарала табип-травматолог Линар Ҡыҙрасов, табип-дерматовенеролог Зилә Хөсәйенова, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге етәксеһе Диана Заманова һәм табип-терапевт Салауат Азаматов ҡатнашҡан.


“Ҡала халҡы беҙҙең акцияны ихлас ҡабул итте. Тәүгеһенән айырмалы, хәҙер улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бындай саралар кәрәк тигән уйҙабыҙ, ул артабан да дауам ителәсәк”, – ти Радик Буранбай улы.


Паркта ял итеп ултырғанда йәки Сибай урамы буйлап үткәндә, ҡаршығыҙға бер төркөм аҡ халатлылар осраһа, һис тә юғалып ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирегеҙ. Сәләмәтлек өсөн бар саралар ҙа файҙалы.
Читайте нас