Топинамбур нигеҙендә яһалған алкоголһеҙ эсемлек үҙенсәлекле дауалау сифаттарына эйә: шәкәр диабетынан, бөйөр ауырыуынан бик файҙалы, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Унда В төркөмө витаминдары, аминокислоталар, калий, фосфор, магний, тимер, кальций бар.