– Һуңғы йылдарҙа ике дауахананы ябыу һөҙөмтәһендә үҙәк район дауаханаһына эш артыуы, мәшәҡәттәр ятыуы билдәле, әммә 41 фельдшер-акушерлыҡ пунктын һаҡлап ҡалыуыбыҙ өҙөклөктәргә, ҡаршылыҡтарға юл ҡуйманы. Писарев ауылында ғына фельдшер юҡ ине, оҙаҡламай ул ҡырҡыу мәсьәлә лә хәл ителәсәк, – тип райондағы медицина хеҙмәтләндереүендәге ыңғай һәм кире яҡтарға туҡталды Шаран районы дауаханаһының баш табибы Радик Йәнгиров.
Үҙәк район дауаханаһында ҙур төҙөлөш эштәре башҡарылғанына ла етәксе һөйөнөп бөтә алмай, ҡаҙанлыҡ, йылылыҡ селтәре яңыртылған. “Һәр палатала крандан йылы һыу килә, ауырыуҙар өсөн шарттар яҡшырҙы”, – ти ул. Ике ҡатлы терапия корпусында капиталь ремонт барыуына шаһит булдыҡ, эш барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Дауахананың хужалыҡ эштәре мөдире Илдар Ибәтуллин әйтеүенсә, корпустың иҫке тәҙрәләре яңы пластик тәҙрәләргә алмаштырылған. “Иҙәнгә матур плитәләр түшәлә, ишектәр, йылытыу системаһы яңыртылды”, – ти ул.
Радик Ҡәнзел улы һәр ерҙә лә ҙур проблемаға әүерелгән кадрҙар ҡытлығына зарланмай. “Әлбиттә, беҙ, неврология, онкология, терапия буйынса белгестәр килһә, һөйөнөр генә инек. Әлегә табиптар бер-береһен алмаштырып эшләй, көсөргәнешле хәлдән үҙебеҙҙең көс менән сығырға тырышабыҙ. Өс йыл түҙһәк, үҙебеҙҙең өс йәш белгесебеҙ районға эшкә ҡайтасаҡ, яңы көстәргә һәр саҡ шатбыҙ. Туймазы медицина колледжы етәкселегенә рәхмәт, кадрҙарҙы уҡытып ебәреп тора.
Алты йыл эсендә “Ауыл табибы” программаһы буйынса беҙгә туғыҙ табип эшкә килде, грант алыуға өлгәшкән дүрт фельдшерлы булдыҡ”, – ти ул.
Фельдшерҙарға ғәйәт мөһим, ауыр эш йөкмәтелгән. Мәҫәлән, Ерекле фельдшер-акушерлыҡ пунктына меңдән ашыу кеше беркетелгән. Бер фельдшер барыһына ла өлгөрөргә, ҡабул итергә, дауаларға, эште ойоштора белергә тейеш. Аҡ халатлы коллегаларының һәр береһенә етәксенең йылы һүҙҙәре етерлек. Шаран халҡының һаулығын хәстәрләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәренә лә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар насип итһен.
– Ғөмүмән, йәшәгән төбәгебеҙ үҙе шифахана тиерһең, бындай матур, үҙенсәлекле тәбиғәткә ситтән килгән туристар, ҡунаҡтар һоҡланып бөтә алмай. Беҙҙең дауахананың ҡәләмдәй төҙ, мөһабәт ҡарағай ағастары эсендә урынлашҡанына иғтибар иткәнһегеҙҙер, ҡорамалдарҙы яңыртып, ремонт эштәрен теүәлләһәк, шифахананан кәм еребеҙ булмаҫ, – тип шаяртырға ла онотманы Радик Ҡәнзел улы.