Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2019, 20:30

Нисек дөрөҫ хәрәкәт итергә?

Белорет районынан Мәҙинә исемле ханым шылтыратып, скандинав йөрөшө тураһында тулыраҡ мәғлүмәт яҙыуыбыҙҙы һораны: “Ауылыбыҙҙа байтаҡ ҡатын-ҡыҙ Өфөнән махсус таяҡтар алдырып, был спорт төрө менән шөғөлләнә башланы, минең дә ситтә тороп ҡалғым килмәй. Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы нимәлә, таяҡтарҙы нисек һайларға, нисек дөрөҫ хәрәкәт итергә? Ошо турала ентекләберәк яҙһағыҙ ине”, – тип ҡыҙыҡһынды ул.

Белорет районынан Мәҙинә исемле ханым шылтыратып, скандинав йөрөшө тураһында тулыраҡ мәғлүмәт яҙыуыбыҙҙы һораны: “Ауылыбыҙҙа байтаҡ ҡатын-ҡыҙ Өфөнән махсус таяҡтар алдырып, был спорт төрө менән шөғөлләнә башланы, минең дә ситтә тороп ҡалғым килмәй. Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы нимәлә, таяҡтарҙы нисек һайларға, нисек дөрөҫ хәрәкәт итергә? Ошо турала ентекләберәк яҙһағыҙ ине”, – тип ҡыҙыҡһынды ул.


Һуңғы йылдарҙа скандинав йәйәү йөрөү алымы менән мауығыусылар күбәйеп китте. Тәүҙәрәк ҡулдарына саңғы таяғы тотоп, саңғыһыҙ йәйәү йөрөүсе­ләрҙе осратыу ирмәк күренә ине, хәҙер был спорт төрө популярға әйләнде: ауыл-ҡалаларҙа, бигерәк тә олораҡ быуын кешеләре скандинав йөрөшө менән ныҡлап шөғөлләнә башланы.


Скандинав йөрөшө борондан килә, ҡулдарына таяҡ тотоп атлаған көтөүсе һәм йәйәүле сәйәхәт­селәргә бәйле тип иҫәпләнә. Айырыуса тауҙарҙа, соҡор-саҡырлы ерҙән хәрәкәт иткәндә уңайлы. Бер түгел, ике таяҡ тотоп атлауҙың сәләмәтлек өсөн ныҡ файҙалы икәнлеге асыҡланғас, уҙған быуат аҙағынан бар донъяға киң тарала башлай. Уны “төньяҡ йөрөшө”, “норд йөрөшө”, “фин йөрөшө” тип тә атайҙар. Һуңғыһы юҡҡа түгел, биш миллион ярым халҡы булған Финляндияла бер миллионға яҡын кеше был шөғөлгә мөкиббән. Халыҡ-ара скандинав йөрөшө ассоциацияһының штаб-фатиры ла ошо илдең Вантаа ҡалаһында урынлашҡан. Әйткәндәй, иң беренсе скандинав йөрөшө физик әүҙемлектең бер төрө булараҡ ҡына иҫәпләнә, ә 90-сы йылдарҙа Марк Кантан йәйәү йөрөүҙең был алымы буйынса пособие сығарғас, ул спорт төрө булараҡ таныла һәм киң тарала.
Был спорт төрө менән шөғөл­ләнеү өсөн бер генә инвентарь кә­рәк – таяҡтар. Улар саңғыныҡынан ҡыҫҡараҡ һәм һығылмалыраҡ була. Икенсе айырмаһы – махсус формалағы темляк (бармаҡһыҙ бирсәткәне хәтерләтә) ҡуйыла, йәғни һапҡа тағылған элмәк, һәр саҡ ус менән ҡыҫып тотмаҫҡа ирек бирә. Башҡортса әйткәндә – бөлдөргө.
Таяҡ телескопик (шыуҙырмалы торбаларҙан) булһа, оҙонлоғон һәр кем үҙенә ярағанса көйләй. Бер бөтөн итеп яһалған икән, һатып алғанда йә ҡулдан яһатҡанда уҡ ентекләп ҡарау һәм һайлау мотлаҡ. Бының өсөн кешенең буйын 0,66-0,7 коэффициентына ҡабатларға кәрәк. Мәҫәлән, буйығыҙ 165 сантиметр икән, 0,66-ға ҡабатлайбыҙ ҙа, 109 – 115 сантиметр килеп сыға. Таяҡ буйға тура килмәй икән, тубыҡ, арҡа һәм шайтанашыҡҡа көс төшә. Оҙонораҡ булған һайын йөкләнеш тә арта бара икән.
Скандинав йәйәү йөрөү алымының бәләкәй генә үҙенсәлеге лә бар: һул аяҡтың үксәһе ергә баҫҡанда, уң ҡулдағы таяҡ уның менән бер һыҙаттараҡ булырға тейеш. Ергә үксә менән баҫырға кәрәк, шунан ғына ауырлыҡ аяҡ осона күсерелә.
Скандинав йөрөшө өс төргә бүленә:

* сәләмәтлекте нығытыу өсөн. Исеменән үк күренеүенсә, кө­сөргәнеш бик аҙ булырға тейеш. Яңы шөғөлләнә башлаған оло кешеләр өсөн аҙнаһына ике тап­ҡыр, 15-30 минуттан да арттырмай йөрөүҙән башларға кәңәш ителә.
Төп шарт – тән яҙып рә­хәтлек килтергән шөғөл сиктәрен үтеп хәлһеҙләндергән күнекмәгә әй­ләнмәҫкә тейеш.
* уртаса көсөргәнештә. Быныһы инде сәләмәтлеккә бәйле проб­лемаһы булмаған кешеләргә һындарын камиллаштырыу, мә­ҫәлән, ябығыу йәки мускулатураны нығытыу өсөн ҡуллана.
* ҙур көсөргәнештә. Саңғысы-лар ҡар булмаған осорҙа күнекмә-ләрҙе ошо рәүештә үткәрә йә башҡа атлеттар сыҙамлыҡтарын арттыра.
Скандинав йөрөшөнөң һаулыҡҡа файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Ул айырыуса остеохондроз, сколиоз, үпкә сирҙәре, арҡа, иңбаш, муйындың хроник һыҙлауы, дистония, Паркинсон сире, невроз һәм депрессия, йоҡоһоҙлоҡ, артыҡ ауырлыҡтан яфаланыусыларға кәңәш ителә. Остеопороз, атеросклероз, гипертония кеүек ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн дә киң ҡулланыла. Бындай алым менән йәйәү йөрөгәндә мускулдарҙың 90 проценты тонус­та тотола, кәүҙәнең өҫкө һәм аҫ­ҡы өлөштәре берсә күнекмә ала. Ябай атлау менән сағыштырғанда, 46 про­центҡа күберәк калориялар яна, хәрәкәт иткәндә, тубыҡ һәм умыртҡа һөйәгенә һис тә кәрәкмәгән көсөргәнеш кәмей, йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеге, координация яҡ­шыра. Бынан тыш, скандинав йөрөшө – һынды дөрөҫ тоторға ғәҙәтләнеү өсөн иң ҡулай күнекмә. Ике таяҡҡа таянғас, спортсылар ҙа, терәк-хәрәкәт ағзалары сир­ҙәренән яфаланыусылар ҙа шө­ғөлләнә ала. Өҫтәүенә саф һауала йөрөү – үҙе үк сихәт.