Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Июль 2019, 16:15

Һимеҙҙәр ниңә күбәйә?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары ҡыҙыҡ һығымтаға килгән: ярлы илдә йәшәүселәр бай тормоштағыларға ҡарағанда тиҙерәк йыуаная, һимерә икән. Сәбәптәре күп төрлө, нигеҙҙә, иҡтисад һәм психологияға бәйле.

Эксперттар әйтеүенсә, килем кимәле менән һимереү дәрәжәһе араһында бәйләнеш бар. Дәүләт һәм уның халҡы ни тиклем ярлыраҡ, был күрһәткес тә шунса юғары, тип хәбәр итә “Российская газета”.

Сифатлы аҙыҡ тиҙ туйҙырған углеводлы аҙыҡҡа ҡарағанда күпкә ҡиммәт тора. Аҙ килемле граждандар өсөн һәйбәт туҡланыу – тормоштағы һирәк шатлыҡтарҙың береһе. Шәкәр һәм углеводлы аҙыҡтарҙы самаһыҙ ашау һимереүгә килтерә.

Рәсәйҙә “һимереү” диагнозы халыҡтың 1,3 процентына ҡуйылған. Алтайҙа был күрһәткес 5,4 процентҡа етә. Иң яҡшы хәл – Мәскәүҙә (0,5 процент), тимәк, бында йәшәү шарттары яҡшы, ҡәнәғәтлек, күңел асыу, һөйөнөстәр өсөн дә киңлек, мөмкинлектәр етерлек.

Фото: batona.net
Читайте нас: