Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Август 2019, 18:46

Йәш табиптар ҡайтты

Дауахана етәкселеге белдереүенсә, артабан да медицина учреждениеларына кадрҙар йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыласаҡ.

Фото: Резеда Вәлиева.
Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң төп проблема — кадрҙар мәсьәләһе. Йәш белгестәрҙе төбәккә йәлеп итеү өсөн дауахана етәкселеге генә түгел, муниципалитет, хатта дәүләт кимәлендә махсус программалар эшләй.
Күптән түгел Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһына өс йәш белгес эшкә ҡайтты. Шуларҙың береһе — психиатр, психотерапевт Тимур Ғиләжев, икенсеһе — педиатр Карина Рәдиф ҡыҙы. Улар ирле-ҡатынлы табиптар, икеһе лә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, ике бала тәрбиәләйҙәр. Тимур Балаҡатай районынан булһа, Карина Шишмә районы һылыуы.
Дауахана етәкселеге белдереүенсә, артабан да медицина учреждениеларына кадрҙар йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыласаҡ.