Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Август 2019, 21:15

Дума ирҙәрҙең иртә үлеүенә борсола

Дәүләт Думаһы депутаты Николай Герасименко Рәсәй ирҙәренең ваҡытынан иртә вафат булыу сәбәптәрен асыҡланы.

Дәүләт Думаһы депутаты Николай Герасименко Рәсәй ирҙәренең ваҡытынан иртә вафат булыу сәбәптәрен асыҡланы.


Ир-аттың күбеһе йәш саҡта уҡ һәләк була. Шуның менән бергә ир менән ҡатындың йәше араһындағы айырма уртаса ун йылға тиң. Ғалимдәрҙең раҫлауынса, көслө зат аҫыл заттан 14-15 йылға иртәрәк вафат була.


Был хәлдең сәбәптәре етерлек. Тәү сиратта ул зарарлы ғәҙәттәр, тәмәке тартыу, алкоголь ҡулланыу менән бәйле. Өҫтәүенә улар һаҡланыу инстинктын юғалтып, хәүефле аҙымдарға бара, автомобилдә юғары тиҙлек менән ҡыуа, ҡурҡыныс маневрҙар яһай, табиптарға күренергә яратмай. 40 йәштән 55 йәшкә тиклемге ирҙәр айырыуса юғары хәүефле зонаға инә, ти медиктар.


Фото: Nakanune.ru
Читайте нас