1. Аҙнаһына бер генә тапҡыр физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү һәм киске аштан һирәкләп кенә баш тартыу артыҡ ауырлыҡтан ҡотҡармаясаҡ.
Калорияларҙы яндырыу өсөн физик күнекмәләр даими булырға тейеш, ә туҡланыуҙан йоҡоға тиклем бер нисә сәғәт алда уҡ баш тартыу зарур.
2. Сирҙең тәүге ҡағиҙәһе – интернет буйлап уның билдәләрен эҙләмәгеҙ.
Үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән, форумдарҙа һәм шуға оҡшаш сығанаҡтарҙа яуап эҙләмәгеҙ, ә тәүге сиратта медицина белгестәренә мөрәжәғәт итегеҙ. Шиксел кешеләр үҙҙәрендә ҡот осҡос сир билдәләре табыуы ихтимал, ә уларҙы дауалау юлдары бөтөнләй иҫ киткес булыуы бар. Һаулығығыҙ менән проблема булмаған хәлдә лә, йылына бер тапҡыр табипҡа күренеү фарыз.
3. Рацион өсөн аҡса йәлләмәгеҙ.
Сәләмәт аҙыҡ, әлбиттә, арзан тормауы ла ихтимал. Тик шуны иҫтә тотоғоҙ: дөрөҫ, баланслы туҡланыу – ныҡлы сәләмәтлектең һәм оҙон ғүмерҙең нигеҙе. Яҡшы ризыҡ һынды һомғолландыра, ҡартайыу процесын яйлата, тире, сәс, тырнаҡтарҙың торошона тәьҫир итә. Шуға ла бөртөклө ярмаларҙан бешерелгән бутҡаға (һоло, ҡарабойҙай, көрән тары), балыҡҡа, йәшелсәгә, еләк-емешкә, кунжут, чиа орлоҡтарына, сәтләүектәргә, таҙартылмаған үҫемлек майына өҫтөнлөк бирегеҙ.
4. Йоҡо туймау сәләмәтлекте ҡаҡшата һәм хәлде насарайта.
Төн уртаһынан һуң йоҡларға ятыу һәм иртәнге 7-нән дә алда тороу һирәк осраҡта ғына булырға тейеш.
5. Тәмәке тартыуҙан һырҙар тиҙерәк барлыҡҡа килә һәм ҡартайыу процесы тиҙәйә.
Йәш, матур ҡиәфәтле булыу гүзәл заттарҙың хыялы ғына түгел, ир-аттар ҙа был хаҡта уйлана. Әммә тәмәке тартыу эске ағзаларға ғына насар тәьҫир итеп ҡалмай, тышҡы ҡиәфәткә лә ифрат ҙур йоғонто яһай. Шуға ла тәмәкеселәр бер ваҡытта ла үҙ йәшенән йәшерәк күренмәй.
6. Ҡыҙыныуҙа ла сама кәрәк.
Күптәр матур булып ҡояшта янған көрән тирене ярата, ысынлап та, ул күптәргә килешә. Мәгәр, ул тирене ифрат тиҙ ҡартайыуға килтерә, һырҙар барлыҡҡа килә. Шуға ла ҡояшта ҡыҙыныу самалы булырға һәм тире махсус кремдар ярҙамында һаҡланырға тейеш.
7. Физик әүҙемлек һынды матурайта һәм психологик хәлде яҡшыртыуға килтерә.
Физик күнекмә яһаған, йүгергән кешеләрҙе тәҙрә аша ғына күҙәтеү етмәй, улар рәтенә баҫығыҙ! Үҙгәрештәр көттөрмәҫ.
8. Аҙ хәрәкәтләнеү менән бер рәттән, артыҡ әүҙемлек тә зыянлы.
Спорт менән шөғөлләнеү һәм йөкләмәләр кимәле һеҙҙең әҙерлеккә, сынығыуға, теләгегеҙгә, мөмкинлегегеҙгә тап килергә тейеш.
9. Алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу һимереү ихтималын арттыра.
Спиртлы эсемлектәр калориялар менән генә түгел, ә эскән кешенең аппетитына контролде юғалтыуы менән дә хәүефле: мотлаҡ пицца, бургер, ҡалъя менән һыйланғыһы киләсәк.
10. Аҙыҡ-түлеккә ҡағылышлы ҡәтғи тыйыуҙарҙан арынығыҙ.
Мәҫәлән, аҙна буйы бургерҙарҙан тыйылып торһағыҙ, ялдарҙа уларҙы бер юлы өсәү итеп ашауығыҙ ихтимал, шуға ла үҙегеҙҙе ныҡ йонсотмағыҙ, һирәк кенә булһа ла зыянлы тәмлекәстәрҙе ауыҙ итеп тороғоҙ.
11. Ҡәтғи диеталар сәләмәтлек өсөн файҙалы түгел.
Әлбиттә, уларҙың күбеһе артыҡ ауырлыҡты ташларға ярҙам итә, әммә үҙ-үҙегеҙҙе тойоуығыҙ, тышҡы ҡиәфәтегеҙ әллә ни шәптән булмаясаҡ. Көнөнә бер ике киҫәк грейпфрут ашау, бер порция йогурт менән мөрхәтһенеү сәләмәт рационға ҡарамай.
12. Ғәҙәтләнгән рационыңа файҙалы ғәмәлдәр өҫтә.
Әгәр ҙә сәләмәт рацион булдырыу һәм ҡулланыу һеҙҙең өсөн үтә ҡатмарлы икән, бер хәйләкәр аҙымға барығыҙ. Мәҫәлән, салатҡа таҙартылмаған етен, кунжут, арахис йәки ҡабаҡ майы өҫтәһәң, ул күпкә файҙалы буласаҡ, организмға йөрәк өсөн ифрат кәрәкле омега майҙары инәсәк. Ҡәҙимге иртәнге бутҡаға иһә сәй ҡалағы менән теләһә ниндәй көрпәне, кунжут, чиа орлоғон ҡушһағыҙ, аҙыҡты витаминдар, микроорганизмдар менән байытырһығыҙ, иммунитетты нығытырһығыҙ. Был файҙалы аҙыҡтарҙы экокибеттәрҙә, супермаркетта йә дарыуханала һатып алырға мөмкин.
13. Яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ.
Йәшегеҙ артҡан һайын, яратҡан эшегеҙ көс-хәлегеҙҙе, тормош энергияһын күберәк аласаҡ, шуға ла күңелгә ятҡан шөғөл табыу мөһим. Әгәр ҙә ул килем дә килтерһә, тағы ла яҡшыраҡ.
14. Һәр саҡ аҙыҡ-түлек составын уҡығыҙ.
Йыш ҡына аҙыҡ-түлек ҡаптарында “ГМО юҡ”, “Тәбиғи” тигән яҙмалар бар. Әммә был ғына улар файҙалы тигәнде аңлатмай. Һәр саҡ аҙыҡ-түлек составын уҡығыҙ: ғәҙәттә, улар исемлектә кәмеү тәртибе менән бирелә. Әгәр ҙә таныш булмаған, аңлашылмаған яҙмалар бар икән, был ризыҡты һатып алмауығыҙ хәйерле.