Баҡсаларҙа алланып алма беште. Һуты ағып торған, яңы өҙөлгән емеш тәмле лә, файҙалы ла. Унда кеше өсөн кәрәкле витаминдар, минералдар һәм органик кислоталар бик күп.
Алма күреү һәләтен, тирене, сәс һәм тырнаҡтарҙы нығыта, шулай уҡ нервы ауырыуҙарына уның дауаһы ҙур. Емеш ҡан баҫымы түбән булғанда һәм тамырҙарға яҡшы тәьҫир итә, сөнки ул ҡанды таҙарта. Ул шулай уҡ лимфа системаһына ла файҙалы. Һутлы алмаларҙа В төркөмөнөң барлыҡ, А, С, Е, Н, К, РР витаминдары бар. Өҫтәүенә ул макро- һәм микроэлементтарға бай, атап әйткәндә, тимер, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, цинк, йод, фтор менән маҡтана ала.
Алманың туҡлыҡлы матдәләрен һаҡлау өсөн уны өҙөлгән килеш ҡабығы менән ашарға тәҡдим ителә, сөнки тышында флавоноид, С витамины һәм пектин күп. Киҫелгән емештә С витамины күләме кәмей, был осраҡта алма көрән төҫкә инә. Ул – әсеү билдәһе, шул рәүешле файҙалы витамины юғала.