Социаль селтәрҙә Белорет үҙәк район дауаханаһы табибы менән халыҡ араһында низағ тыуған. Хатта хирург эшен ташлап, күрше өлкәгә күсеп китергә йыйынған...
Интернетта был табипҡа ялыу баҫылған. Унда бер ир медицина хеҙмәткәрен тупаҫ мөғәмәлә итеүҙә ғәйепләгән, уға кешеләрҙе дауаларға рөхсәт бирергә ярамай тигән. Баҡһаң, пациент быға тиклем дауаханаға иҫерек килеш мөрәжәғәт иткән булған. Күрәһең, табип шуны иҫенә төшөргән.
Социаль селтәрҙә ошо хаҡта баҫылып сыҡҡас, ҡулланыусылар белгескә ябырыла. Хирург шундай асырғана, хатта эштән китеү тураһында ғариза яҙа.
Дауахананың баш табибы Евгений Кустов иһә “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенең хеҙмәттәшен яҡлап сыҡты: “Ул 15 йылдан артыҡ стационарҙа эшләй. Йөҙләгән уңышлы операция башҡарҙы. Холҡо бар, ләкин үҙ эшенең оҫтаһы. Бына үҙ теләге менән эштән китергә ғариза тотоп ингән. Ҡалырға өгөтләйем. Юҡ, ти, улар мине түгел, тотош ғаиләмде кәмһетте, мыҫҡылланы, ә беҙҙе бит бөтә ҡала белә... Ғаризаға ҡул ҡуйманым, уйларға тәҡдим иттем. Ә теге иргә “Хоҙайҙан ҡурҡ. Иң беренсе иҫергәнсе эсәһегеҙ ҙә дауаханаға эләгәһегеҙ, табиптар һеҙгә ярҙам итә. Ҡайһы берҙә хистәрен ауыҙлыҡлай ҙа алмайҙарҙыр. Шулай ҙа башҡа кешеләр сират торғанда һеҙгә ашығыс рәүештә КТ, УЗИ һәм башҡа процедуралар үткәрәләр. Һеҙҙе бит “Ашығыс ярҙам” килтерә! Эскән килеш һуғышып, баш мейеһе йәрәхәттәре менән. Ҡайһы берҙә аңығыҙҙы юғалтҡан көйөнсә. Бүтән сирлеләр сиратын көткәндә, бүлексәлә һеҙгә урын да шунда уҡ табыла” тип әйтә алыр инем. Әммә мин – баш табип. Миңә ярамай. Шуға күрә уға: “Мөрәжәғәт өсөн рәхмәт. Тикшерербеҙ”, – тип кенә яҙам”.
Баш табип тағы ла бер тапҡыр районда медицина белгестәре етешмәүен хәтергә төшөрөп, тиҙҙән дауалар кеше ҡалмаясағын белдерҙе. Ысынлап та, республика ауылдарында эре ҡалаларға ҡарағанда үлем кимәле юғары (был юҫыҡта тәүге ярты йыллыҡта Ҡалтасы, Күгәрсен, Нуриман, Шаран райондары “алдынғы”), дөйөм ауырыу күрһәткестәре арта.