Сәләмәт булайыҡ
23 Августа 2019, 10:30

Ябай ҙа, файҙалы ла

Иғтибарығыҙға бер нисә ябай һәм һөҙөмтәле диета тәҡдим итәбеҙ.

Иғтибарығыҙға бер нисә ябай һәм һөҙөмтәле диета тәҡдим итәбеҙ.


1-се диета:

Иртәнге аш (көн һайын) – шәкәрһеҙ ҡәһүә йәки сәй. Калорияһыҙ тәм-том, ике печенье һәм бер киҫәк сыр.
Дүшәмбе:

Төшкө аш – бер стакан кефир, ике әфлисун йәки алма; киске аш – 120 грамм эремсек, йомортҡа, ике ҡыяр.
Шишәмбе:

Төшкө аш – тауыҡ ите киҫәге, ике ҡыяр; киске аш – 120 грамм эремсек, 0,5 литр һөт.
Шаршамбы:

Төшкө аш – 100 грамм сыр, әфлисун йәки алма; киске аш – 200 грамм салат, ике йомортҡа.
Кесе йома:

Төшкө аш – тауыҡ ите киҫәге, ике ҡыяр; киске аш – 200 грамм салат, йомортҡа, 50 грамм майһыҙ колбаса.
Йома:

Төшкө аш – 120 грамм эремсек, әфлисун йәки алма; киске аш – 100 грамм колбаса, йомортҡа, помидор.
Шәмбе:

Төшкө аш – бер стакан кефир, ике алма йәки әфлисун; киске аш – 120 грамм эремсек, бер стакан һөт.
Йәкшәмбе:

Төшкө аш – 100 грамм колбаса, ҡыяр; киске аш – 100 грамм сыр, помидор.
Был диета ярҙамында ике-өс аҙна эсендә ауырлыҡты 2-3 килограмға кәметергә мөмкин.
2-се диета:

Беренсе көн: күп итеп һыу һәм емеш-еләк.
Икенсе – туғыҙынсы көндәр: алкоголь, икмәк, макарон кеүек аҙыҡ-түлектән баш тартып, протеинға бай ризыҡтарҙы ғы­на ашарға: сыр, эремсек, ба­лыҡ, ит, ҡу­ҙаҡ­лылар, сәт­лә­үек, һоло, ҡа­ра­бойҙай, тары бут­ҡала­ры.
Был диетаның дүртенсе көнөнә организмда майҙар кәмей башлай. Туғыҙ көн ошолай туҡланғандан һуң, ике аҙна айырып ашарға һәм физик күнекмәләр, 20 минутлыҡ йүгереүҙәр өҫтәргә кәрәк.
Икенсе циклын шулай уҡ дауам итәбеҙ. Һөҙөмтә: бер айҙа минус 7 килограмм.
3-сө диета:

Иртәнге аш – 200 грамм эремсек, ике крекер йәки бер ҡалаҡ бал һыланған кипкән икмәк, йәшел сәй йәки шәкәрһеҙ ҡәһүә, уға һөт ҡушырға мөмкин.
Икенсе иртәнге аш – бер-ике емеш-еләк һәм йәшел төҫлө берәй йәшелсә.
Төшкө аш – аш (йәшелсә ашы, борщ, щи), бешкән ит йәки тиреһеҙ тауыҡ түше, сей йәшелсәнән салат йәки тоҙло кәбеҫтә.
Икенде ашы – ике крекер, йәшелсә (бер сәй ҡалағы үҫемлек майы ҡушырға ярай) һәм 150 грамм эремсек.
Киске аш: бер-ике емеш-еләк һәм ҡуйы булмаған йогурт.
Читайте нас