Һуңғы арала ябығыуым тураһында һорашып күп яҙалар. Яуапты һеҙгә лә еткерәм – йә һорарға ҡыймай тораһығыҙҙыр?
Һыу! Йәшәү сығанағы – һыу! Әле эҫе яҡтарҙа йөрөп, рәхәтләнеп һыу эсеү, “бүккәнсе” һыу инеү насип булды. Мин, ғөмүмән, эҫелек, һыу, йыраҡҡа китеп йөҙөргә яратам. Донъяның гел ҡояшлы яғында ғына йәшәр, йә Башҡортостанымда мәңгелек йәй булыуын теләр инем...
Һуңғы арала ошо хәлдәр күҙгә күренеп "һурылырға" ярҙам итһә, кәүҙәне ҡыш уҡ тәртипкә индерә башланым: фитнес, бассейн, обруч, дөрөҫ туҡланыу, һыу. Икмәк ашауҙан бер тыйылһаң, аҙаҡ ашағы ла килмәй ул. Һис юғы ҡара икмәк, арыш икмәге менән туҡланырға кәрәк.
Иртәнсәк торғас та ас ҡарынға ярты литр таҙа һыу эсергә кәңәш итәм. Ул өй температураһында булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ашар алдынан да (15 минут) бер-ике стакан һыу эсеү файҙалы. Башта өйрәнеүе ауыр, аҙаҡ үҙеңдән үҙең тартыла башлайһың. Әммә был йәһәттән табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк, сөнки организмға һыу күпме инһә, үҙ самаһында сығырға ла тейеш.
Унан йыш ҡына буҙа эшләйем. Йәнә бер эсемлек: лимонлы, имбирле, бөтнөклө йәшел сәй! Термосҡа яһап ҡуям да көн буйы шуны эсәм. Эсемлектәрҙе даими алмаштырып торорға кәрәк. Улар хаҡында яҙмаларым диуарымда бар.
Диеталар менән йонсоғаным юҡ, әҙ, әммә йыш ашайым. Сей йәшелсә-емешкә, аҡ ризыҡҡа, минераль һыуҙарға өҫтөнлөк бирәм.
Ҡайһы берәүҙәр ябығыуымды “килешмәй, йәмһеҙ” тип тә ҡуя, әммә иң мөһиме – үҙеңде һәйбәт тойоу!
Сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ, дуҫтарым! Һәр нәмәлә еңеллек теләйем!