Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Сентябрь 2019, 13:25

Аяҡтар төҙ булһын тиһәң…

Аяҡ кейеме, ғәҙәттә, бер нисә миҙгел кейер өсөн тәғәйенләнә. Шуға ла уларҙы тәфсирләп ҡарап, килешлеһен, уңайлыһын алырға кәрәк.

Аяҡ кейеме, ғәҙәттә, бер нисә миҙгел кейер өсөн тәғәйенләнә. Шуға ла уларҙы тәфсирләп ҡарап, килешлеһен, уңайлыһын алырға кәрәк. Шулай уҡ дөрөҫ һайланмағаны оҙон аяҡтарҙы ла ҡыҫҡараҡ итеп күрһәтеүе ихтимал.


Бәләкәй буйлы тулыраҡ ҡатын-ҡыҙға ботильондар, балеткалар, ғөмүмән, йомро башлы, ҡыҫҡа ҡуныслы аяҡ кейемен кеймәҫкә кәңәш итә стилистар. Улар аяҡтарҙы тағы ла ҡыҫҡараҡ, кәүҙәне ауырыраҡ итеп күрһәтә икән. Йәйен осло башлы, нәҙек үксәле тән төҫөндәге нәзәкәтле туфлиҙар һайлау уңышлы, ә һалҡындарҙа колготки төҫөн ҡабатлаған итектәр кейеү аяҡтарҙы ла матурыраҡ, кәүҙәне лә һомғолораҡ итә.

Оҙон буйлыларға инде бейек үксәһеҙ мюлиҙар, лоферҙар, кеды һәм ботинкалар кәңәш ителә.


Нәҙек аяҡлылар тик нәзәкәтле аяҡ кейемдәрен һайлай ала.


Ә бына стилистарҙың фекеренсә, платформалағы бейек үксәле туфлиҙар берәүгә лә килешмәй һәм уларҙы гардеробтан бөтөнләй сығарып ташларға кәрәк. Ғөмүмән, аяҡ кейеменең нәзәкәтле, шул уҡ ваҡытта уңайлы ла булғанын һайлаһағыҙ, отолмаҫһығыҙ!


Фото: onedrive.live.com
Читайте нас: