Сәләмәт булайыҡ
6 Сентября 2019, 10:30

Кем һуған менән һарымһаҡты яратмай?

Ошо мәҡәләне уҡығандан һуң һуған һәм һарымһаҡҡа мөнәсәбәтегеҙ тамырынан үҙгәрер, тип уйлайбыҙ. Швейцария һәм Италияла уларҙы өйрәнеү буйынса һигеҙ тикшеренеү үткәрелгән. Һөҙөмтәһе бик фәһемле.

Ошо мәҡәләне уҡығандан һуң һуған һәм һарымһаҡҡа мөнәсәбәтегеҙ тамырынан үҙгәрер, тип уйлайбыҙ. Швейцария һәм Италияла уларҙы өйрәнеү буйынса һигеҙ тикшеренеү үткәрелгән. Һөҙөмтәһе бик фәһемле.


Һуған менән һарымһаҡтың ҡайһы бер яман шеш төрҙәренә ҡаршы тороу үҙенсәлеге асыҡланған. Кем был әсе йәшелсәләрҙе даими ашай, уларҙың яман шеш менән сирләү хәүефе аҙыраҡ. Һуғанда – антиәсеткес, һарымһаҡта көкөрт элементы булыуы билдәле.


Тикшеренеүселәрҙең әйтеүенсә, тап ошо матдәләр организмдың һаҡланыу тәьҫирен көсәйтә. Ғөмүмән, ғилми тикшереүҙәр етди кимәлдә үткән, бик күп ауырыуҙар менән әңгәмәләшеү, ентекле мәғлүмәт туплау һөҙөмтәһендә шундай һығымта яһалған. Һуғанды аҙнаһына ете тапҡыр һәм унан да күберәк ашаған ир һәм ҡатындарҙың, был йәшелсәне һанға һуҡмағандарға ҡарағанда, сиргә юлығыу хәүефе яртылаш кәм булған. Ошо уҡ хәл шулай уҡ һарымһаҡ һөйөүселәргә лә ҡағылған.


Йәшелсәнең был төрҙәре ауыҙ, тамаҡ, бауыр һәм түллек биҙендә яман шештәр хәүефен кәметә, тигән һөҙөмтәгә килгән белгестәр.
Читайте нас