Сәстәрҙең ебәк кеүек матур, тыңлаусан булыуы өсөн уларҙы шампунь менән йыуыу ғына етмәй, ти табиптар. Уларҙың торошо ниндәй косметик сара ҡулланыуға ғына ҡарамай, ә нисек туҡланыуыбыҙҙан, ниндәй аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреүебеҙҙән дә тора. Бының өсөн өҫтәлдә ниндәй аҙыҡтар булырға тейеш?
Сәстәренең торошо күптәрҙе ҡәнәғәтләндермәй, әммә дәғүәләр ҙә төрлөсә. Кемделер баш тиреһенең ҡауаҡлауы, икенселәрҙе – артыҡ майлы булыуы, өсөнсөләрҙе ныҡ ҡойолоуы борсоуға һала. Күпселек проблемаларҙың сәбәбе – витаминдар етешмәүе. Шул арҡала сәстәр төҫһөҙ, һыныусан, йәнһеҙ тойола.
Сәстәргә матурлыҡ өҫтәүселәрҙең береһе – А витамины. Ул сәстең торошон яҡшырта, һыныусанлығын иҫкәртә. Был ҡиммәтле витамин абрикоста, кишер, аҡ май, сыр һәм башҡа күп кенә аҙыҡтарҙа бар.
В төркөмө витаминдары һәм минералдарҙың мөһимлеген дә инҡар итергә ярамай. Әгәр ҙә һеҙ майҙар ҡулланылмаған диетаны тотһағыҙ, организмығыҙҙы көкөрт тигән мөһим элементтан мәхрүм итәсәкһегеҙ. Тап ошо химик элементтың етешмәүе сәстәр ҡойолоуына килтерә.
Аҡһымлы аҙыҡтар – ит, йомортҡа, сәтләүектәр – организм өсөн бик кәрәк. Үтә ҡоро сәсле ханымдар сәс ҡойолоуына, төҫһөҙләнеүенә, бер прическаның да һәйбәт ятмауына зарлана. Тимәк, сәстәрҙең ҡоро булыуынан ҡотолоу өсөн һеҙгә һоло бутҡаһы, бауыр, борсаҡ ашарға кәрәк, витаминдар комплексы ла файҙалы булыр, эҫе ҡояш нурҙары аҫтында булырға тырышмағыҙ.