Сәләмәт булайыҡ
6 Сентября 2019, 11:00

Сәтләүек файҙалымы?

Бәләкәй генә булһалар ҙа, сәтләүектәрҙең шифалы витаминдар хазинаһы булыуын һәр кем белә. Клиник һынауҙар һөҙөмтәһендә туҡланыуҙа сәтләүектәрҙе ҡулланыуҙың организм эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһауы, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуы, иммунитетты арттырыуы билдәле булды. Өҫтәүенә улар калорияға бай.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “файҙаһы күп” тип, иртәнән кискә тиклем туҡтауһыҙ ашарға ярамай. Һәр сәтләүектең үҙенә генә хас туҡланыу һәм шифа үҙенсәлектәре бар.
Грек сәтләүеге

Был сәтләүек В2, В12, А, Д, С, Е, К витаминдарына һәм башҡа матдә­ләргә бай. Грек сәтләүеге айырыуса йөрәк ритмын нормаға һалыуҙа файҙалы. Һөҙөмтә булһын өсөн белгестәр көнөнә һигеҙ сәтләүек ашарға тәҡдим итә.

Фисташка

Сәтләүектең был төрө көслө аллерген булыуы ихтимал, уны аҙлап ҡына ашау тәҡдим ителә. “Дарыу” сифатында көнөнә 30 грамм да етә. Ул В6, Е витаминдарына, баҡыр, марганец, фосфор һәм мөһим микроэле­менттарға бай. Ҡан составын яҡшырта, бауыр эшмәкәрлеген көйләй, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен кәметә. Уны көн дә ашау үпкә һәм башҡа ағзалар яман шеше хәүефен иҫкәртә.

Арахис

Арахисты борсаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәргә индерәләр. Ул В9 витаминына ифрат бай, ә уныһы үҙ тәңгәлендә нервы системаһының яҡшы эшләүе өсөн мөһим. Арахисты сама менән ашау баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, ә өлкән йәштә аҡыл эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүҙән һаҡлай.

Миндаль

Миндалдә, башҡа сәтләүектәргә ҡарағанда, кальций байтаҡҡа күберәк. Өҫтәүенә күҙәнәкле туҡыма һәм Е витаминына бай, күреү һәләтен яҡшырта, эсәк эшмәкәрлеген көйләй, стресҡа бирешмәҫкә һәм йоҡоно яҡшыртырға ярҙам итә.
Читайте нас