Һеҙҙе умыртҡа бағанаһы бүҫере йәиһә протрузия борсоймо? Операция эшләтергә ашыҡмағыҙ, башта Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһында дауалау курсы үтеп ҡарағыҙ.
Унда 20 августан “Аист” аппаратында умыртҡа бағанаһын горизонталь тарттырыу яйланмаһы эшләй башланы. Был ысул башҡа клиникаларҙағы һыу аҫты тарттырыуынан шуныһы менән айырыла: ул тулыһынса компьютерлаштырылған, пациентты ла компьютер күҙәтә.
Был аппаратта дауаланыу өсөн ҡулда магнит-резонанс томография (МРТ) һөҙөмтәләре булырға тейеш.