Сәләмәт булайыҡ
11 Сентября 2019, 07:03

Иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – вакцинациялау

Киҙеү осоро етте: күҙгә күренмәгән дошман – вируслы инфекциялар таралған ваҡыт. Йәйҙән һуң көндәрҙең бер аҙ һалҡыная башлауы шунда уҡ үҙен һиҙҙертә: поликлиникаларҙа сирләүсе балаларҙың сираты ҙурая, мәктәптәрҙә лә йүтәлләүсе, мышҡылдаусы уҡыусылар һаны арта. Ул ғынамы һуң: бәғзе өлкәндәр ҙә был осорҙа баш ҡалҡытҡан киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә бирешеүе ихтимал. Шуға күрә иҫкәртеү сараларын хәтергә төшөрөргә, иммунитетты нығытыуҙы хәстәрләргә кәрәк.

Быйыл 1,83 миллион кешегә киҙеүгә ҡаршы прививка яһаласаҡ.


Киҙеү осоро етте: күҙгә күренмәгән дошман – вируслы инфекциялар таралған ваҡыт. Йәйҙән һуң көндәрҙең бер аҙ һалҡыная башлауы шунда уҡ үҙен һиҙҙертә: поликлиникаларҙа сирләүсе балаларҙың сираты ҙурая, мәктәптәрҙә лә йүтәлләүсе, мышҡылдаусы уҡыусылар һаны арта. Ул ғынамы һуң: бәғзе өлкәндәр ҙә был осорҙа баш ҡалҡытҡан киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә бирешеүе ихтимал. Шуға күрә иҫкәртеү сараларын хәтергә төшөрөргә, иммунитетты нығытыуҙы хәстәрләргә кәрәк.


Вакцина яһатыу киҙеүҙе, киҫкен респиратор инфекция­ларҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтә­ле ысулы булып ҡала. Ул профилактик прививкаларҙың милли календары сиктәрендә башҡарыла, вакцина республи­каға федераль ҡаҙна иҫәбенә ҡайтарыла. Унан тыш, йыл һайын республика ҡаҙнаһы иҫәбенә милли календарға инмәгән кешеләргә прививка яһау өсөн өҫтәмә рәүештә вакцина һатып алына.
Быйыл Башҡортостанда ки­ҙеүҙән (грипп) халыҡтың 45 про­центын вакцинациялау күҙаллана. Һандарға килгәндә, һүҙ 1,83 миллион кеше, шул иҫәптән 418 мең бала тураһын­да бара. Был хаҡта республи­каның һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.
Ведомство етәксеһе әйте­үенсә, вакцинациялау осоронда айырым иғтибар балаларға, ауырлы ҡатындарға, хроник сирле кешеләргә, 60 йәштән ололарға, медицина хеҙмәткәр­ҙәренә бүленәсәк. Анығыраҡ әйткәндә, биш мең ауырлы ҡатын-ҡыҙға прививка яһау күҙаллана. Профилактик саралар 15 ноябрҙә тамамла­нырға тейеш.
Киҙеү ҙә, респираторлы сирҙәр ҙә бер үк төрлө башлана: температура күтәрелә, организмда хәлһеҙлек күҙә­телә. Тымау, йүтәл йонсота. Әммә киҙеү йоғошло вируслы сирҙәрҙән ауыр үтеүе, өҙлөгөү­ҙәргә – бронхит, үпкә шеше, отит, синусит сирҙәренә юлыҡ­тырыу ихтималлығы менән айырыла.
Белгестәр иҫкәртеүенсә, әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙә хәл­һеҙлек, киҫкен респиратор инфекция билдәләрен тойһағыҙ, медицина учреждениеһына мөрә­жәғәт итергә кәрәк. Балалар сирләгән осраҡта уны мәктәпкә йә иһә башҡа йәмәғәт урында­рына ебәрмәгеҙ – дауа­ланһын, өйҙә булһын. Эшләп йөрөгән­дәргә лә коллективты зарарла­маҫ өсөн унда бармау фарыз – киҙеү тиҙ йоға. Табиптар үҙ белдегең менән дауаланыуҙы хупламай – дауаланыу схема­һын квалификациялы белгес кенә билдәләй ала.
Табиптар бер һүҙҙән шуны әйтә: киҙеүҙе (грипп) һәм башҡа вируслы инфекция­ларҙы иҫ­кәр­теүҙә иң тәьҫирле сара – вакцинация. Билдәләп үтеүе­беҙсә, ул йыл да халыҡҡа, сир башла­ныр­ҙан ике-өс айға алда федераль бюджет иҫәбенә үткәрелә. Эш биреүсе иҫәбенә лә, граждандың үҙ аҡса­һына ла прививка яһа­тырға мөмкин.
Вакцинация киҙеүҙән өҙлөгөү хәүефен бер нисә тапҡырға кәметергә һәләтле. Прививкаларға килгәндә, улар тулыһынса тикшерелгән һәм организм өсөн хәүефһеҙ, әммә бик тәьҫирле. Медицина учреждениеларында тәҡдим ителгән барлыҡ вакциналар Рәсәйҙә теркәлеү үткән һәм ҡулланыуға рөхсәт ителгән.
Киҙеүҙең төп ҡурҡынысы – ул тиҙ үҫешә, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хәүефле булған ҡатмарлы пневмонияға алып килеүе ихтимал. Сиргә айырыу­са балалар, оло йәштәгеләр тиҙ бирешә.
Нисек кенә булмаһын, ауырыу бил­дәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Киҙеү аяуһыҙ – уны ваҡытында һәм дөрөҫ дауаламау һаулыҡ­ҡа ифрат ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.
Дөйөм алғанда, сир кинәт кенә аяҡтан йыҡмаһын өсөн, туҡланыуығыҙ файҙалы бул­һын, йылыраҡ кейенеп йөрөгөҙ, йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ һәм, иң мөһиме, прививка яһатырға онотмағыҙ.
Читайте нас