Һәр кем оҙаҡ йәшәргә, иң мөһиме, ғүмерен һау-сәләмәт, яҡшы кәйеф менән үткәрергә теләй. Тарихта кешенең спорт менән шөғөлләнмәйенсә лә, диета тотмайынса ла оҙон ғүмерле, бәхетле йәшәгәненә миҫалдар күп. Бөгөн һеҙҙе тормоштан алынған бер нисә ҡыҙыҡлы күҙәтеү менән таныштырмаҡсыбыҙ.
* Ышанаһығыҙмы-юҡмы, тикшеренеүселәрҙең әйтеүенсә, йоҡларға ятыр алдынан яҡындарығыҙҙы, балаларығыҙҙы ҡосаҡлау тәнде йомшартырға, уйҙарҙы көйләргә, күңелде тынысландырырға ярҙам итер.
* Ғалимдар шәкәр диабеты менән сирлеләргә йышыраҡ көлөргә тәҡдим итә. Баҡһаң, көлөү ҡандағы шәкәр миҡдарын кәметеүгә һәләтле икән.
* Тәндәге яраларға, сыйылған ерҙәргә шәкәр һибеү ауыртыуҙы баҫа, йәрәхәтте йәһәтерәк уңалта.
* Японияның Окинава утрауы Ер йөҙөндә иң сәләмәт урын һанала. Бында йөҙ йәште үткән 450-нән ашыу кеше бар.
* Сейә яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итергә һәләтле.
* Тоҙ кеше организмы өсөн зыянлы. Әгәр ҙә уның тәүлек миҡдарын өс грамға ғына кәметә алһаҡ та, ғүмер оҙайлығын биш-алты йылға арттырырға мөмкин.
* Ғәҙәттә, зарланырға яратмаған кешеләр стрестан, хәүефтән һәм депрессиянан нығыраҡ зыян күрә.
* Компьютер йәки телевизор алдында оҙаҡ ултырған кешеләр даими арыу синдромынан йышыраҡ яфалана.
* Вирджиния университеты белгестәре раҫлауынса, кеше мейеһе 27 йәштән ҡартая башлай. Уларҙың фекеренсә, был ағзаның иң көсөргәнешле эшләгән ваҡыты – 22 йыл.
* Стресты үҙен һиҙҙертмәй торған шым “үлтереүсе” тип тә атайҙар, сөнки уның йөрәк сирҙәренә, ҡан баҫымы артыуына, күкрәк ауыртыуына, иртә үлемгә килтереүе мөмкин.
* Алма иммунитетты күтәрә, организмды энергия менән тулыландыра, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Уны даими ашау ғүмер оҙайлығын арттыра, организмды йәшәртә. Өҫтәүенә инфаркт хәүефен кәметә, диабет, Альцгеймер сирҙәре үҫешен тотҡарлай. Хатта ҡандағы холестерин кимәлен түбәнәйтеүе ихтимал. Был емеш күҙәнәкле туҡымаға бай һәм аҙ калориялы.