Сир ҡабатланмаһын тиһәгеҙ...
Һеҙҙе умыртҡа бағанаһы бүҫере йә иһә протрузия борсой икән, операция яһатырға ашыҡмағыҙ. Иң элек “Йәйғор” шифаханаһында дауалау курсы үтеп ҡарағыҙ. Беҙ ауырыуҙарҙың 99 процентына ярҙам итә алабыҙ. Дауалау өсөн сирле кешеләрҙең барыһын да йәш буйынса сикләүһеҙ һәм бүтән ауырыуҙары булған килеш тә ҡабул итәбеҙ. Башҡа шифаханаларҙа “бындай төр дауалау һеҙгә ярамай” тиһәләр, беҙ иһә һеҙҙе мотлаҡ ҡабул итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта йөрәк һәм үпкәләрҙе лә дауалайбыҙ.
Йәш булып ҡалырға һәм әүҙем тормош рәүеше алып барырға теләһәгеҙ, операцияға ашыҡмағыҙ. Сирҙең ҡабатланыу ихтималы ҙур, бигерәк тә йәштәрҙә. Әгәр оҙон ғүмер кисергәнһегеҙ, физик эшһеҙ генә, киҫкен хәрәкәттәр яһамайынса, тыныс, һалмаҡ тормош рәүеше алып барырға ниәтләйһегеҙ икән, сирҙең ҡабатланыу ихтималы күпкә аҙыраҡ. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: умыртҡа бағанаһына операция яһалған икән, киләсәктә ҡабатланған бүҫер сирен йә иһә умыртҡа бағанаһының башҡа бүҫерен дауалау күпкә ауырыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ буласаҡ.
Ныҡлы дауалау алып барылғанға күрә, беҙ бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ. Остеохондроз, протрузия һәм умыртҡа бағанаһы бүҫерен дауалауға заманса күҙлектән ҡарайбыҙ. Божра бүҫере булғанда умыртҡа бағанаһын тарттырырға ярамай тигәнгә ышанмағыҙ, был — иҫкергән фекер. Протрузия һәм умыртҡа бүҫере булғанда тарттырыу яһатырға мөмкин һәм кәрәк. Әлбиттә, ҡайһы бер пациенттарға был ярамаҫҡа мөмкин, мәҫәлән, көслө остеопороз, миелома сире һәм башҡалар булғанда, шуға күрә беҙ умыртҡа бағанаһын тарттырыуға магнит-резонанс томографияһы (МРТ) һөҙөмтәләренән башҡа алмайбыҙ. Умыртҡа бағанаһын тарттырыу ни тиклем иртәрәк башланһа, һөҙөмтәләргә лә шул тиклем яҡшыраҡ һәм тиҙерәк өлгәшелә.
20 августан яңы — “Аист” аппаратында умыртҡа бағанаһын горизонталь тарттырыу яйланмаһын эшкә ҡушабыҙ. Был ысул башҡа клиникаларҙағы һыу аҫты тарттырыуынан шуныһы менән айырыла: ул тулыһынса компьютерлаштырылған һәм пациентты машина күҙәтә.
Умыртҡа бағанаһын тарттырыу алдынан әҙерлек алып барыласаҡ: 15-30 минут Соль-Илецк бассейны шарттарында тыныс тороу һәм умыртҡа бағанаһын тарттырғандан һуң пациент ҡарамағына — бассейнда матрастарҙа, бассейнда йөҙөү йә иһә махсус бүлмәлә ял итеү. Дөйөм алғанда, ике сәғәттән дә кәм түгел. Божра бүҫерен һәм протрузияны дауалауҙа бындай алым һәм бындай йыһаз Башҡортостанда башҡа юҡ.
Табиптар “Ауырыу киҫкенләшкән осорҙа мануаль терапия ярамай, киҫкен ауыртыу баҫылғас ҡына мануаль терапевҡа барырһығыҙ”, тиһәләр, ышанмағыҙ. Остеохондроз, протрузия, божра бүҫере булғанда, мануаль терапия ни тиклем иртәрәк башланһа, һөҙөмтәләр шул тиклем тиҙерәк буласаҡ.
Беҙҙә дауалауҙың заманса ысулдары һәм аппаратура күп төрлө. Уларҙы комплекслы ҡулланыу ышаныслы рәүештә “Беҙ яҡшыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк дауалайбыҙ!” тип әйтергә мөмкинлек бирә.
“Йәйғор” шифаханаһы, нигеҙҙә, ауырыуҙарҙы дауалауға махсуслаша. Беҙҙә ҡупшы апартаменттар юҡ. Көнкүреш шарттары ял итеүселәрҙең уртаса ҡатламына иҫәпләнгән, ләкин клиенттарыбыҙ төрлө, “эконом-класс”тан алып (пенсионерҙар һәм инвалидтар), ВИП-персоналарға ҡәҙәр. Улар барыһы ла беҙгә нәҡ дауаланыу өсөн килә. Уңайлы шарттары булған түбән хаҡлы бүлмәләрҙән алып люкс һәм айырым коттедждарға тиклем (ике коттедж) бар.
Остеохондроз, умыртҡа бағанаһы дискы бүҫерен һәм протрузияны дауалағанда ҡулланған процедураларҙың ҙур булмаған исемлеген килтерәбеҙ:
1. Атом-магнит резонанс (МВST) терапияһы — умыртҡа бағанаһы божраһы бүҫерен оператив дауалауға альтернатива.
2. Умыртҡа бағанаһы божраһы бүҫерен һәм протрузияны операцияһыҙ Америка системаһында дауалау (DRX9000). Әлеге ысул — был төр сирҙәрҙе дауалауҙа медицинаның һуңғы ҡаҙанышы.
3. Анатомотор Америка аппаратында умыртҡа бағанаһын тарттырыу.
4. Умыртҡа бағанаһын һыу аҫтында горизонталь тарттырыу.
5. Компьютер контроле аҫтында умыртҡа бағанаһын һыу аҫтында вертикаль тарттырыу.
6. Мануаль терапия. Герасимов ысулы буйынса туҡыма эсендә стимуллаштырыу, энә рефлексо-терапияһы, препараттарҙы паравертебраль индереү.
7. Герасимов ысулы буйынса туҡыма эсендә стимуллаштырыу. Әлеге методика буйынса махсус курс үткән, сертификатҡа эйә табип үткәрә.
8. Хилт терапияһы — юғары ҡеүәтле һәм интенсив лазер. Аналогтары булмаған бик ҡеүәтле был лазер ялҡынһыныуҙы һәм ауыртыуҙы баҫа, микроциркуляцияны һәм ҡан әйләнешен яҡшырта, туҡлыҡлы матдәләрҙең һәм микроэлементтарҙың дискка инеүен яҡшырта.
Һөҙөмтәлә диск туҡлыҡлы матдәләр һәм микроэлементтар менән байытыла, регенерация, йәғни киҫеү туҡымаһы йәшәрә.
9. Экзарта — махсус йыһаздар ҡулланылған кинезотерапия.
10. Озонотерапия һәм карбокситерапия — газ уколдары менән дауалау.
11. Плазмолифтинг — умыртҡа бағанаһының зарарланған өлөшөнә ауырыуҙың махсус рәүештә эшкәртелгән ҡанын ҡаҙау.
12. Карипазим һәм карипаин менән дауалау.
13. Күп төрлө физиотерапевтик йыһаздар. Күп табиптар ауыртыу баҫылғас ҡына физиодауалау тәғәйенләй. Беҙ, киреһенсә, ауыртыу синдромын бөтөрөү өсөн физиопроцедура билдәләйбеҙ.
14. Тергумед — сколиоз, остеохондроз, протрузия һәм диск бүҫерен дауалау өсөн тренажерҙар.
15. 20 метрлы йөҙөү бассейны һәм Соль-Илецк һыулы бассейн.
Нәҡ бына “Йәйғор” шифаханаһынан һеҙ сәләмәтләнеү менән бергә рух күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф алып ҡайтасаҡһығыҙ. Рәхим итегеҙ!