Чипсы, сосиска, сэндвич, ҡыҙҙырылған картуф... Йәш- елкенсәк яратып ашаған аҙыҡтар былар. Уларҙың сәләмәтлек өсөн зарарлы булыуын белмәйбеҙ һәм белергә лә теләмәйбеҙ. Бәлки, ошо 19 йәшлек Британия егетенең яҙмышы күптәргә һабаҡ булыр?
Ул ун йыл дауамында чипсы, сэндвич, сосиска менән генә туҡланған. Ата-әсәһенең өгөтө лә ярҙам итмәгән, аптырағас, үҙҙәре лә өйҙәренә ошо зарарлы аҙыҡты ташый башлаған. Ә 14 йәштә үҫмерҙең сәләмәтлегендә проблемалар башланған. Медицина тикшеренеүенән һуң унда анемия булыуы асыҡланған, шуға күрә гел хәле бөтөүгә зарланған икән.
Үҫмергә витаминдар курсынан һуң диета билдәләгәндәр. Әммә ул һаман да тиҫкәреләнгән, ит, йәшелсә, емеш-еләк ашауҙан баш тартҡан. 15 йәшлек үҫмерҙең күреү һәм ишетеү һәләте насарланған. Дөрөҫ туҡланмауҙан оптик нейропатия үҫешкән.
Һөҙөмтәлә үҫмер колледжда уҡыуын тамамлай алмаған, әсәһенә ауырыу улын ҡарау өсөн эштән китергә тура килгән. Дөрөҫ туҡланмау күреү нервын зарарлаған, тип һығымта яһаған табиптар.