Сәләмәт булайыҡ
13 Сентября 2019, 10:33

Яҡтылыҡ хаҡында уйланғанығыҙ бармы?

Яһалма яҡтылыҡ ҡояш нурҙарын алмаштырыу, көндө оҙайтыу менән бергә сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.

Яһалма яҡтылыҡ ҡояш нурҙарын алмаштырыу, көндө оҙайтыу менән бергә сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.


Ул организмдың эшмәкәрле­гендә мөһим роль уйнай. Яҡты­лыҡ етешмәгәндә кешенең йөрәк ритмы боҙола, иғтибары кәмей, тән температураһы тирбәлә, арыу-талсығыу күҙәтелә, хатта депрессияға бирелеүе мөмкин. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең биологик сәғәтебеҙ ҡояш әүҙемлегенә яраҡлашҡан. Яңы көн башланыу менән кешенең баш мейеһе ял режимынан әүҙем осорға күсә. Ҡояш нуры кортизон бүленеп сығыуын көйләй, ә был гормон беҙҙең әүҙемлегебеҙ өсөн яуап бирә. Ҡанда кортизон иң күп миҡдарҙа тупланған осор иртәнге сәғәттәргә тура килә, ә төн уртаһында ныҡ кәмей.


Киске сәғәт 7-лә организмда икенсе бер гормон етештерелә – мелатонин. Ул организмды тынысландырыуға һәм тиҙерәк йоҡоға талыуға ярҙам итә. Яҡтылыҡты дөрөҫ файҙаланыу төрлө сирҙәргә юлығыуҙан һаҡ­лаясаҡ.


Һүҙ ҙә юҡ, тәбиғи ҡояш нурҙа­рынан да йылыраҡ, яҡтыраҡ яҡтылыҡтың булыуы мөмкин түгел. Әммә заман кешеһенә ҡояш сығыу һәм батыу ритмына эйәреп йәшәү мөмкин түгел. Беҙгә яһалма яҡтылыҡ ҙур уңайлыҡтар алып килә. Бүлмә һәйбәт яҡтыр­тылған булһа, ул һеҙгә энергия ла, яҡшы кәйеф тә өҫтәйәсәк.


Офис, китапхана, кабинет һәм уҡыу урындарында иғтибарҙы тупларға, әүҙемлекте күтәреүгә булышҡан һалҡын яҡтыртыу лампаларын ҡулланыу яҡшыраҡ. Ә инде ҡунаҡ, йоҡо бүлмәләренә йылы яҡтылыҡ лампаларын урынлаштырыу ҡулайлыраҡ. Белгес­тәрҙең әйтеүенсә, кухня һәм ашханаларҙа бары йылы яҡты­лыҡ биреүсе лампалар торорға тейеш, сөнки һалҡын лампа яҡтылығында иң тәмле ризыҡтың да аппетитты ҡуҙғыт­мауы мөмкин.


Яҡтылыҡ сағыулығын люкс­тар­ҙа иҫәпләйҙәр. Люкс – әйбер өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың көсөргәнешлеге. Ғәҙәттәге ҡояшлы йәйге көндә урамдағы сағыулыҡ 50 меңдән 100 мең люксҡа етә. Йәйен торлаҡта һәм офистарҙа ул – 50 –500 люкс тирәһе. Ә бына ноябрҙә тышта ла, өйҙә лә яҡтылыҡ сағыулығы кәмей. Статистиканан күренеүен­сә, хеҙмәткә һәләтле йәштәге­ләрҙең 90 проценты ябыҡ бинала алты-һигеҙ сәғәт ваҡытын уҙғара. Бар ерҙә лә яҡтылыҡҡа ҡуйылған талаптар тейешле кимәлдә үтәлмәй. Шул арҡала хеҙмәт етештереүсәнлеге кәмей, кеше­нең йоҡоһо килә, йыл буйы арып-талсығып йөрөүе мөмкин. Кемдер иғтибарһыҙлығына, аппетиты артыуына зарлана.


Яҡтылыҡтың етмәүенә күҙҙәр ныҡ һиҙгер. Көсһөҙ яҡтылыҡ һөҙөмтәһендә күҙҙәр көсөргә­нешле эшләргә мәжбүр. Уларҙың ҡыҙарыуы, арыуы күҙәтелә, күҙ үткерлеге кәмей. Айырыуса яҡтылыҡтың етмәүенән балалар йонсой. Улар өсөн иң ҡулайлыһы – көндөҙгө яҡтылыҡ. Шуға күрә өйгә бирелгән эштәрҙе көндөҙгө яҡтылыҡта башҡарыу мөһим. Яҡтылыҡ ни тиклем көсһөҙөрәк – күҙҙәргә көсөргәнеш тә шунса арта. Шул сәбәпле баш ауыртыуы ла ихтимал.


Ғалимдарҙың әйтеүенсә, оҙаҡ ваҡыт насар яҡтыртылған бинала эшләү баш мейеһе эшмәкәрлеген тотҡарлауы ла бар. Хәтерҙең тарҡалыуына, иғтибарлылыҡтың кәмеүенә лә ошо сәбәпсе. Шуға күрә ғүмерҙең күп өлөшө үткән бүлмәләрҙә яҡтылыҡты көндөҙгө яҡтылыҡ кимәленә яҡынайтырға кәрәк, тигән кәңәш бирә бел­гестәр.
Читайте нас