Сәләмәт булайыҡ
18 Сентября 2019, 18:17

Әсе тимә...

Боросло һыуҙың организмға ниндәй файҙаһы бар?

Фото: pastila.ruФото: pastila.ru
Фото: pastila.ru
Боросло һыу организмға шаҡтай файҙа килтерә, тип белдерә медиктар.
Билдәле булыуынса, борос ашҡаҙан проблемаларын хәл итә ала, ундағы ауырыу бактерияларҙан арынырға булышлыҡ ҡыла. Шулай уҡ эс киткәндә ҡулланырға мөмкин. Боросло һыу быуын, бүҫер сирҙәренән, теш һыҙлауынан яфаланғандарға файҙалы.

Бындай эсемлекте эшләү өсөн ике стакан һыуға бер нисә сәй ҡалағы борос һалып, ҡайнатып алырға кәрәк. Унан саҡ ҡына тоҙ өҫтәргә лә була.
Был эсемлек иммунитетты нығытырға һәм артыҡ ауырлыҡ менән көрәштә ярҙам итергә һәләтле. Шулай уҡ бик яҡшы натураль энергетик та булып тора.
Әлбиттә, төрлө кешенең организмы төрлөсә: тимәк, тәүҙә табип менән кәңәшләшеү мөһим.
Читайте нас